

Республикала яңы акция иғлан ителде, иң күп вакцинация яһатҡан ауыл аҡсалата премия аласаҡ. Премияның хаҡы күпме, уны нимәгә тотонорға була, был һорауҙарға яуапты, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов бирҙе:
- Был республика эсендә булдырылған акция, «Айыҡ ауыл» кеүек конкурс, тик «Сәләмәт ауыл» тип аталасаҡ. Конкурс 28 июлдән алып 31 августҡа тиклем барасаҡ. Конкурста иң күп вакцинация яһатҡан ауылдар ҡатнаша ала. Еңеүселәргә аҡсалата премия ҡаралған: 1-се урынға 450 мең, 2- се урынға 400 мең, 3-сө урынға 300 мең һум аҡса биреләсәк, шулай уҡ ауылдарҙың фельдшерҙарына, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә лә премия бүленәсәк. Аҡса ауыл биләмәһе хакимиәтенә күсереләсәк һәм халыҡты йыйып, кәңәшләшеп, был аҡсаларҙы урындағы тишек-тошоҡтарҙы ямауға, ауылды рәтләүгә тотоноласаҡ. Халыҡты, беҙгә баребер был аҡсалар эләкмәй тип бойоғоп ултырмаҫҡа, әүҙем булырға саҡырабыҙ, әгәр ҙә ауылығыҙ 80% йәки 100% привика яһатҡан икән, еңеү мотлаҡ һеҙҙә буласаҡ. Һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа, шуға күрә һаулығығыҙға битараф булмағыҙ, привика һалдырығыҙ.
Был турала тулыраҡ үткән һанда гәзиттә баҫылды.