Һаулыҡ һаҡлау
27 Августа 2021, 04:53

Һаулыҡ «поезд» менән килә

Район ауылдары буйлап Һаулыҡ поезы елә. Беренсе сәфәрҙәре Бахмутта булды. Поезд килә, бер нисә көн була тигәс, ҡайһы бер ауыл башлыҡтары хафаға ҡалды - табиптарҙы ашатырға ғына түгел, ҡундырырға ла кәрәк тигән талап бар, йәнәһе. Элек, кем хәтерләй, Өфөмө, Ырымбурмы артистары гастролгә килһә, уларҙы ҡунаҡ итеп, йоҡлатып ҡайтара инек. Алдан уҡ артистарға урын ҡаралып ҡуйыла, ҡағиҙә булараҡ, улар ҡуна торған йорт бай булырға тейеш - ә ауылда кем бай - заферма ла бригадир. Сәй-шәкәр, ит-ғәләмәте менән артист төшәсәк ғаиәләгә ярҙам да итеүҙәре бар - оят булмаһын. Ғаиләләге балаларҙы ҡараулап торорға ла кәрәк, был кәнфит, алма ҡунаҡ өсөн, теймәгеҙ. Былары элек ине, хәҙер хәлдәр ҡатмарлашты, ҡайҙа һалаһың уларҙы, йорттар байыраҡ булһа ла, әллә күңел тарыраҡ, ашау наҡыҫыраҡмы. Бәхеткә ҡаршы, был юлы ауыл башлыҡтары еңел һуланы, табиптарҙы ҡундырырға кәрәкмәй, ашатһаң - етте. 

Һаулыҡ «поезд» менән киләҺаулыҡ «поезд» менән килә
Һаулыҡ «поезд» менән килә

Районыбыҙ халҡының һаулығын тикшерергә, республикабыҙ буйлап йөрөгән «Һаулыҡ поезы» килеп, бер нисә көн эсендә ауыл халҡын ҡарап, дауалаясағы тураһында Зәк-Ишмәт ауылында өр-яңы ФАП-ты асҡан ваҡытта уҡ әйтелгән ине.
Шаршамбы көн «һаулыҡ тейәгән поезд» сәфәрен Бахмут ауылынан башлап та ебәрҙе. 

Бында улар ике көн буласаҡ. Ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова әйтеүенсә, автобустар өсөн урындарҙы алдан әҙерләп ҡуйғандар, электричество менән тәьмин иткәндәр, табиптарҙы ашатыу яғы ла ҡаралған. Һыйҙы мәктәп ашханаһы оҫталары бешереп тә йөрөй. Ҡыҫҡаһы табиптар иркенләп эшләһен өсөн бөтөн шарттар булдырылған.

Бахмутта ике көн эшләгәндән һуң, 30-31 августа Бөгөлсәндә, 1-3 сентябрҙә Зәк-Ишмәт ауылында булып, 6-8 сентябрь сәфәрҙәрен Түбәнге Бабаларҙа тамамлайҙар.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас