

Беҙҙең ауылдан тыш, эргә тирәләге ауылдарҙан да халыҡты алып килеү ойошторолдо, Ҡотлоюл, Яҡшымбәт, Урта Бабабалар һәм башҡа ауыл халҡы ошо көндәрҙә һаулығын тикшертеп, дауа алып ҡалды. Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улына ла рәхмәтебеҙ ҙур, ул көн һайын килеп, хәлдәрҙе белешеп йөрөнө, белгестәрҙе ашатыуҙы ойошторҙо, халыҡты транспорт менән тәьмин итте. Шулай уҡ үҙемдең Ағинәйҙәр ойошмаһына ла ҙур рәхмәттәремде еткерәм, сөнки улар көн дә белгестәрҙең иртәнге һәм төшкө сәйенә төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләп алып килделәр. Шулай өс көн буйы барған һаулыҡ һаҡлау поезына ҡәнәғәт булып, ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп ҡалдыҡ.
Был хаҡта тулы материал үткән һанда гәзиттә булды.