Һаулыҡ һаҡлау
21 Января 2022, 03:31

Әлегә яраған

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_63153 Яңы Таймаҫтың ФАП-ы тураһында... әйтелмәгән һүҙ (хатта һүгенмәгән тип әйтһәк тә алдамаҫбыҙ) ҡалманы - тик таймаҫтарға яңы ФАПты был донъяла күрергә яҙғандырмы - билдәһеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлегә ярағанӘлегә яраған
Әлегә яраған
 Башҡа райондар алтышар модуль ФАП-ы төҙөп ултырҡан мәлдә, беҙҙең йылына, исмаһам, берҙе лә ултыртырға ҡулдан килмәй, йәнәһә, закон ҡушмай, норматив ҡушмай, тағы нимәлер ҡушмай. Беҙ ҡала дауаханаһы тип һаналабыҙ, ошоноң менән вәссәләм. 
Илаулай торғас, Яңы Таймаҫта ремонт яһарға булғандар (бында яңыраҡ баш табип үҙе барып ҡайтҡайны), һылаштырып-һыйпаштырып ҡуябыҙ, әлегә яраған. Йылы һыу керетәләр (хатта ул да булмаған бында), терәү-ғәләмәт ҡуялар, ярыҡ-йороҡто ҡаплап, буяштыралар.... Тишек ямауҙан арыға көс етмәй, уңарсы Сандин ФАП-ын әпен-төпөн иткәндәр, Түбәнге Бабаларҙыҡын да аҙыраҡ һыйпаштырғандар - әлегә яраған. 
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас