Һаулыҡ һаҡлау
2 Февраль 2022, 04:30

Тынлыҡ

Нимә генә тимә, таяҡтың ауыр яғы табиптарға төшә. Аҙаҡҡы йылдарҙа ғына улар нимә генә күрмәнеләр.

ТынлыҡТынлыҡ
Тынлыҡ

Бикләнеп ятып, дауаланылар, йорттар буйлап йөрөнөләр, көсөргәнеш ҡот осмалы булды. Әле лә шулай. Өфөлә, башҡа ҙур ҡалаларҙа поликлиникаларҙа торған сиратты күреп, ҡот осто. Аптырағас, стдент медиктарҙы эшкә йәлеп итергә булдылар, улар беренсе көндө (дүшәмбе) , етмәһә, сыҡманы ла ҡуйҙылар. Ә табиптар етмәй, улар ныҡ кәрәк, ярҙам һорап тағын ҡайҙа бараһың? Эш сәғәттәрен оҙонайттылар. Табиптар хәҙер өйҙәренә ҡунырға ғына ҡайта. Өфөлә ажиотаж, Күмертауҙа хәлдәр нисек икән? Беҙҙең хәбәрсе барып күреп ҡайтты. Барыһы ла һин дә мин. Этеш-төртөш, талаш-ҡысҡырыш юҡ. Бер абзый ғына ПЦР-тесҡа тип ярты сәғәт торҙом, тине.  Балалар поликлиникаһына ла һуғылды хәбәрсе, бында ла тынлыҡ. Был тынлыҡҡа шатланырғамы-нимә эшләргә тип ҡайтып керҙе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас