Туберкулез – туберкулез микобактерияһы (Кох таяҡсаһы) барлыҡҡа килтергән йоғошло ауырыу. 1882 йылда немец бактериологы Роберт Кох тәүгеләрҙән булып туберкулез ауырыуын тыуҙырыусы таяҡсаларҙы микроскоп аша күрә һәм был асыш тураһында 24 мартта Берлин ҡалаһында физиология йәмғиәтендә доклад менән сығыш яһай. Шул көндән алып туберкулез һәм уны дауалау ныҡлап өйрәнелә башлай. 1904 йылда Роберт Кох Нобель премияһына лайыҡ була.
Туберкулез күбеһенсә үпкәләрҙе зарарлай, шул уҡ ваҡытта башҡа ағзаларҙа ла (һөйәк, быуын, бәүел-енес ағзалары, күҙ, мейе ҡабығы, лимфа төйөндәре, тире) үҫешә ала.
Туберкулез инфекцияһы һәр бер кешегә йоғоуы мөмкин. Әммә ауырыуҙың “асыҡ” формаһын йөрөткән кеше менән тығыҙ бәйләнештә булғандар йышыраҡ йоҡтора.
Туберкулез буйынса хәүеф төркөмдәре:
-Балалар, оло йәштәге кешеләр
-Тәмәке тартыусылар
-Иммун системаһына кире тәьҫир иткән гормональ препараттар һәм дарыуҙар эсеүсе кешеләр
-Иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йөрөтөүселәр һәм иммунодефицит синдромы (СПИД) менән ауырыусылар
-Хроник үпкә ауырыуҙары, шәкәр диабеты, сей яра ауырыуы булған кешеләр
-Алкоголде сиктән тыш артыҡ ҡулланыусылар һәм наркотиктарға бәйле кешеләр
-Йәшәү урындары булмаған һәм төрмәлә ултырған кешеләр
-Насар шарттарҙа (бер фатирҙа күмәкләшеп тороу, санитария талаптарына тап килмәгән шарттар) йәшәүселәр
Туберкулезға ҡаршы профилактика
-Туберкулезға ҡаршы прививкаларҙы (БЦЖ) ваҡытында яһатығыҙ, уларҙан баш тартмағыҙ:
Баланы тыуғандан һуң 3–7 көнөнә вакцинациялау
Балаларҙы 6–8 йәштә ҡабаттан вакцинациялау (Манту реакцияһы кире булған осраҡта).
-Диспансеризация үтегеҙ.
-Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ:
Алама ғәҙәттәрҙән баш тартыу (тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр һәм наркотик матдәләр ҡулланыу)
Рациональ туҡланыу
Оптималь хәрәкәт режимы
Сынығыу, саф һауала йөрөү
Шәхси гигиена
Эш һәм ял режимын аралаштырыу
Ыңғай эмоциялар
-Бүлмәләрҙе йышыраҡ һыу менән һөртөп тороғоҙ, йыйыштырығыҙ, елләтегеҙ һәм түшәк кәрәк-яраҡтарын алмаштырығыҙ.
Туберкулез симптомдарын иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр ҙә шундай билдәләр йәки ҡайһы берҙәре килеп сыҡһа, тиҙ генә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ:
-Ҡаҡырыҡ, ҡайһы берҙә ҡан менән оҙайлы йүткереү
-күкрәк ситлегендә ауыртыу
-төндә ныҡ тирләү
-дөйөм хәлһеҙлек
-тән температураһының күтәрелеүе
-ябығыу
Туберкулездың актив формаһын йөрөткән кеше тейешле дауа алмағанда йыл һайын уртаса 10–15 кешегә ауырыуҙы йоҡторорға мөмкин.
Туберкулез күбеһенсә һауалағы тамсылар аша йоға, һирәк осраҡта контакт һәм аҙыҡ-түлек аша, ҡарындағы балаға әсәнән күсеүе мөмкин.
Бөгөнгө көндә туберкулез ауырыуын асыҡлау юлдары:
-Рентгенологик тикшереү (йәки йылына 1 тапҡыр үпкәләргә флюорография үткәреү)
-Бактериологик анализ
-Иммуноферментлы анализ
-Балаларға туберкулин диагностикаһы (Манту һынауы, Диаскинтест)
Ғазинур Файрушин, врач-фтизиатр, Күмертау ҡалаһы.
Район һәм ҡалала был ҡурҡыныс сир менән хәлдәр нисек тора - интервью киләһе һанда баҫыла.