

- Салауат ҡалаһында медицина колледжында акушерлыҡҡа уҡып сыҡҡас, дауахананың неврология бүлегендә эшләнем. Шәфҡәт туташына ла уҡырға тура килде был осорҙа. Шунан Күмертау ҡалаһына килеп эшкә урынлаштым.
Бала саҡтан аҡ халат ҡына кейеп йөрөргә хыяллана инем. Алдан ашнаҡсы һөнәрен дә үҙләштерҙем. Шунан медицина юлын һайларға булдым, сөнки ғаиләбеҙҙә был һөнәргә әйә булған кеше юҡ. Үҙем күп балалы ғаиләлә үҫтем, атайым бик иртә баҡыйлыҡҡа күскәс, беҙҙе әнейем бер үҙе ҡарап үҫтерҙе. Яҡындарыма медицина ярҙамы кәрәк булһа, мин ҡулымдан килгәнсе ярҙам итергә тырышам, - ти Зилә Булат ҡыҙы.
Зилә тураһында мәҡәлә гәзиттә үткән һанда донъя күрҙе.