Һаулыҡ һаҡлау
4 Апрель 2022, 05:25

Компот эсһәк, шәп булыр

- Бөтә ауырыуҙар ҙа нервы системаһы ҡаушауҙан тиһәк тә хата булмаҫ. Нисек ҡасырға һуң был стрестан? 

Компот эсһәк, шәп булырКомпот эсһәк, шәп булыр
Компот эсһәк, шәп булыр

- Позитив булырға кәрәк, телевизорҙан да концерт, комедия ғына ҡарарға. Яңылыҡтар ҡарап ҡайғырып, кемделер әрләп ултырыу менән донъялағы хәл үҙгәрмәй, ә һинең һаулығың ҡаҡшай.
- Барыбер аҙаҡҡы ваҡытта туберкулез менән ауырыусылар һаны кәмей тиҙәр.
- Рәсәйҙә йылына 120 мең яңы кешелә туберкулез сире булыуы асыҡлана. Беҙ Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе , Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура райондарын хеҙмәтләндерәбеҙ. Күмертауҙа һәм Көйөргәҙе районын алғанда, йыл һайын яҡынса яңы 40 кешелә туберкулез ауырыуы табыла. Быйыл ҡалала һәм райондан 5-әр кешелә булыуы асыҡланды ла инде.
- Беҙҙә яҡынса 40 кешелә сир булыуы асыҡлана тинегеҙ, ә иҫәптә нисә кеше тора?
- 2019 йылда яҡынса 84 кеше иҫәптә торһа, 2020 – 100, 2021 йылда 70 ауырыусы бар.
- Туберкулез менән сирләүселәр араһындағы үлем осрағы нисек?
- Күмертау һәм Көйөргәҙене алғанда 2020 йылда туберкулездан ете кеше яҡты донъя менән хушлашты.

 Күмертау ҡалаһының туберкулезға ҡаршы диспансерының табип-фтизиатры Лилиә Теләүбирҙина менән әңгәмә гәзиттә тулы килеш баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас