Һаулыҡ һаҡлау
17 Июнь 2022, 04:04

Һаулыҡ һағында

Марат Шәүкәт улы Күмертау ҡалаһында тыуа, тормош еле уның ғаиләһен Ырымбур өлкәһе Октябрьский ҡасабаһына илтә.  

Һаулыҡ һағындаҺаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

- Әсәйем Динаваз Кинйәғол ҡыҙы табип булғас, һөнәр һайлауы бик ауырҙан булманы. Уның юлынан киттем. Күмертауҙа эш башлағанда Рәмил Ғилимшин Реаниматология һәм анестезиология бүлеген етәкләй ине, мине йәш белгесте, ҡайһы бер нимәләргә өйрәтеп ебәрҙе. Әле лә эшкә килгәндәргә ярҙам итеп тора. Уның эш тәжрибәһе лә 40 йылдан артыҡ. Уға рәхмәтлемен,- ти Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Марат Шәүкәт улы.
Кеше һаулығы күп осраҡта үҙенән тора икәнен бик яҡшы аңлай табип. Шуға күрә сәләмәт тормош алып бара, быға ғаиләһен дә ылыҡтыра. Еңел атлетика, саңғы ярыштарында ҡатнашып тора. Өфөлә үткәрелгән ярыштарҙан призлы урындар яулап ҡайта.

Материал тулы килеш гәзиттә үткән аҙнала баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас