Кисә ошо һорауға ыңғай яуап эҙләптер, моғайын, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова Күмератуға килде.
Кем кисә дауаханаға барған, күргәндер: врачтар арлы-бирле, ут ҡапҡандай, йүгерешә ине - хужа килә.
Билдәле, табиптар нисек тә түрәгә яраға тырыша, ә бына халыҡ....
Дөрөҫөрәге, медицина үҙе халыҡҡа ярарға тырышмай. Кисләтеп, көнө алама тип тормай, барса халыҡты - район, ҡала - педколледжға йыйҙылар. Матур ғына һөйләп, йәмәғәттән рәхмәт ишетеп (әл дә һеҙ бар, беҙҙе ҡайғыртыусылар, юҡһа, нисек йәшәр инек), ҡайтып ҡына китәһе ине лә...
Һорауҙар башланды.
Был турала- киләһе һанда.