Все новости
Ауыл хужалығы
1 Декабря 2016, 03:23

БАР УЛ БЕҘҘӘ БАҠСА, ТИК ЮҠ АҠСА

Уңдырышлы ерҙәре, бай аграр тарихы булған Рәсәйҙә үҙ халҡын яңы ...

Үҫтереүен үҫтерәбеҙ

Уңдырышлы ерҙәре, бай аграр тарихы булған Рәсәйҙә үҙ халҡын яңы өлгөргән йәшелсә менән тәьмин итеү (90 %) проблемаһы булырға те-йеш түгел кеүек. Әммә беҙ ҡырҙан килтерелгән картуф һәм йәшелсәләрҙе күп ашайбыҙ. Илебеҙ йылына 500 мең тоннаға яҡын картуф, ә йәшелсәне унан да күберәк сит яҡтарҙан индерә. Санкциялар аяҡ салған ваҡытта, үҙебеҙҙә йәшелсә үҫтереү һәм уның менән эске баҙарҙы тәьмин итеү беҙгә яңы мөмкинлектәр асты. Һуңғы йылдарҙа баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр артҡан. Былтыр Рәсәйҙә 16,1 тонна (4 %-ҡа артҡан) йәшелсә үҫтерелгән, шул иҫәптән теплицала — 750 мең тонна. Импорт 15 %-ҡа, йәғни 2,6 млн. тоннаға кәмегән. Илебеҙҙә дөйөм майҙаны 2 мең гектар булған 170 теплица предприятиеһы бар. Импортты ҡаплау өсөн алдағы 5 йылда беҙгә 2 мең гектарҙан да кәм булмаған заманса теплицалар булдырырға, бынан тыш, асыҡ ерҙә 1,5 млн. тонна йәшелсә үҫтерергә кәрәк.
Уҙған йылда Башҡортостанда 366 мең тонна йәшелсә, 1 миллион 211 мең тонна картуф үҫтерелгән, шуның 40 мең ярым тоннаһы ауыл хужалыҡтарына һәм фермерҙарға тура килә. Картуф 91 меңдән ашыу гектарҙа үҫтерелгән (беҙгә яҡынса 100 мең тонна талап ителә).

«Беҙҙең майҙанда көслө уйынсы кәрәк»

«Күмертауҙың сауҙа нөктәләрендә йыл һайын 150 тоннанан ашыу ҡыяр, помидор, бәшмәк, башҡа төр йәшелсә һатыла. Был продукцияның күп өлөшө сит яҡтарҙан (Ҡытай, Пакистан, Үзбәкстан һ.б.) килтерелә. Ҡыяр өсөн генә лә беҙ яҡынса 15-20 млн. һум түләйбеҙ, был аҡсалар ситкә «оса». БЫЛ АҠСАНЫ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠАЛА ХАЛҠЫ ЛА ЭШЛӘЙ АЛЫР ИНЕ. Үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәләр экологик яҡтан таҙа, консерванттарһыҙ, тәмле лә, һаулыҡ өсөн файҙалы ла булыр ине. Ҡыҙғанысҡа, ҡалала күпләп йәшелсә үҫтереүселәр бик аҙ. Шәхси хужалыҡтар һәм теплица бизнесы менән шөғөлләнеүселәрҙең һанын арттырған хәлдә лә йәшелсәләргә ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелмәйәсәк. БЕҘҘЕҢ МАЙҘАНДА КӨСЛӨ УЙЫНСЫ КӘРӘК! Был проблемаға башҡа ҡала эшҡыуарҙары ҡыҙыҡһыныу белдерә. Һәйбәт вариант. Бәлки, беҙҙең эшҡыуарҙар араһында йәшелсәселек менән шөғөлләнеүселәр табылыр?» Яңыраҡ ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев төрлө ведомство белгестәре, эшҡыуарҙар менән осрашыуында ошо һүҙҙәрҙе еткереп, заманса йәшелсә һаҡлағыс төҙөү буйынса инвестиция проекты барлығын белдерҙе. Ҡала хакимиәте үҫеш бу-йынса өс йүнәлештә ставка яһай - «Күмертау ҡунаҡсыл», «Күмертау индустриаль» һәм «Күмертау аграр». Икенсе һәм өсөнсө йүнәлеш буйынса, мәҫәлән, «Искра» заводы майҙанында инвестор табып 20-25 мең тонна һыйҙырышлы йәшелсә һаҡлағыс төҙөү (проект хаҡы — 696 млн. һум) ҡарала.

Ҡар аҫтында ҡалған кәбеҫтәләр

Фермер Таһир һәм Хәмдиә Ибраһимовтар Ҡотлоюлда теплица яһап ҡыяр, помидор үҫтерә. Гектарлап кәбеҫтәһен дә ултыртҡандар. Былтыр 10 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтергәндәр. Быйыл «татлы тамыр» 3 гектарҙа ҡалған.
Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү көс тә, ваҡыт та, тырышлыҡ та талап итә. Ғаилә үҙе өлгөрә алмаған эшкә кеше яллай. Кәбеҫтә үҫтереүҙең мәшәҡәте күп. 10-лап кеше эшләй уларҙың баҡсаһында. Көнөнә 500 һум ауыл ерендә аҙ аҡса түгел. Төшкө ашты ашатыуҙы ла хәстәрләй Хәмдиә апай. Ҡыяр, помидор һәйбәт үҫкән, аҙмы-күпме килем килтергән. Ҡыҙыл сөгөлдөр айырыуса үтемле булды, тиҙәр. Ә бына кәбеҫтәнең 10 тоннаһын баҙарҙа, йәрминкәләрҙә һатһалар, 13 тоннаһы әрәм-шәрәм булып ятып ҡалған.
«Ҡыяр, помидор һатылды әле. Бер тапҡыр алғандары «тәмле булды» тип икенсегә килә. Ә бына кәбеҫтә үтмәй инде. Ырымбурҙан килтерелгәнде алалар, беҙҙекен юҡ. Хаҡын да төшөрөп ҡарайбыҙ, алмайҙар. Һаҡларға урын юҡ, үҙебеҙгә зыянға ғына эшләнек», - ти Хәмдиә Минебай ҡыҙы.
«Йәшелсәләрҙә нитрат кимәле 500-ҙән артырға тейеш түгел, ә беҙҙеке анализдар үткәргәндә 27 генә күрһәтте, - тип һүҙгә ҡушыла Таһир Әхмәҙи улы. - Магазиндар буйлап та йөрөп ҡараным, береһенә лә кәрәкмәй. Һаҡларға урын булһа, ҡыш көнө яйлап һатыр инек. Атайым да элек йәшелсә үҫтерҙе. Ул саҡта районда әҙерләүҙәр контораһына тапшырырға мөмкин ине. Ырымбурҙан килеп ала торғайнылар. Ҡалала «Башкируголь» берекмәһенең эшселәрҙе тәьмин итеү бүлеге (ОРС) базаһы йәшелсәләрҙе күмәртәләп ҡабул итте. Хәҙер берәү ҙә алмай».
Эйе, халыҡтың һатып алыу һәләте түбәнәйә. Нигеҙҙә, сит төбәктәрҙән килтерелгән ризыҡты алырға тырышалар, сөнки ул арзаныраҡ. Бының өсөн кешене ғәйепләү ҙә дөрөҫ түгел һымаҡ, эш урындары, аҡса юҡ. Йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү буйынса федераль программа беҙҙең районда ғына түгел, республикала ла һүлпән тормошҡа ашырыла. Урында етештерелгән ризыҡҡа реклама юҡ тиерлек.

Ни эшләп беҙ шулай булдыра алмайбыҙ?

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләр алдынан булған әңгәмәлә Мәләүез янында бер Дағстан иренең 150 гектар майҙанда йәшелсә үҫтереүен һөйләгәйне. Эшҡыуар Мәләүездә элекке ОРС базаһын һатып алған. Йәй миҙгелендә йәшелсәләрҙең хаҡы арзан, һаҡларға урыны булғас, ҡыш, яҙ көндәре һатыуға сығарһа, табышы ла мул.
Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Разномойка ауылында бер әзербайжан күпләп картуф үҫтерә. Әлеге лә баяғы беҙҙең халыҡ уға ярҙам итә, картуфын сәсә, утай, ҡаҙып ала.

Үҫтерә беләбеҙ, һаҡлай белмәйбеҙ

Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү - күп хеҙмәт талап иткән мәшәҡәтле эш. Йәшелсәләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан, ҡоротҡостарҙан һаҡларға, ҡый үләндәрен утарға, ваҡытында һәм етерлек күләмдә һыу һибергә кәрәк. Беҙ үҫтерә беләбеҙ, ә һаҡлай белмәйбеҙ. Заманса йәшелсә һаҡлағыстар төҙөмәйенсә, уңыш¬тың 30-40 процентын юғалта барасаҡбыҙ.
Кесе эшҡыуарлыҡ ҡала-район иҡ-тисадын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә йәшелсә һаҡлағыстар төҙөлһә, аҡсалар ситкә китмәҫ, һалымы урында ҡалыр, халыҡ та үҙ еребеҙҙә үҫкән сифатлы ризыҡты ашар ине. Йәшелсәселекте яңы технологиялар нигеҙендә үҫтереү, һатыу баҙарын яулау, яңы эш урындары булдырыу тураһында уйларға ваҡыт түгелме?
Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары:
– Районыбыҙҙа тик баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар юҡ, йәшелсә үҫтергән фермерҙар бар. Ул шәхси бизнес (хөкүмәттең бында ҡыҫылышы юҡ), эшҡыуарлыҡҡа тотонғанһың икән, иң беренсе үҙеңдең теләгең, һәйбәт кәйефең һәм, әлбиттә, страховка бизнесың булырға тейеш.
Һуңғы йылдарҙа республикала йәшелсә үҫтереү күләме яйлап арта, потенциал да етерлек. Йәшелсәне асыҡ һауала үҫтереү күләмен арттырыу буйынса “2014-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ябыҡ грунттағы йәшелсәселекте үҫтереү” программаһы ҡабул ителде. Шул уҡ ваҡытта “Мелиорацияны үҫтереү» программаһы бар. Яңы дәүләт программаһы буйынса заманса йәшелсә һаҡлағыстар, теплица комплекстары төҙөү, газ, электр энергияһы ҡулланыу, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алыуға киткән сығымдарҙың 20 %-ы федераль бюджет иҫәбенә ҡаплана. Беҙ фермерҙарға һәр кәңәшмәлә был хаҡта әйтәбеҙ. Ниндәй документтар кәрәклеген белешеп китәләр ҙә, башҡаса килмәйҙәр. Уларға ер күберәк булһын, күберәк көнбағыш сәсһендәр. Эшҡыуарлыҡҡа тотонаһың икән, аҡыллы тәүәккәллек кәрәк. Ә кемдәндер ярҙам көтөп ултырырға түгел. Беҙ рекомендация, кәрәкле мәғлүмәттәр бирергә, смета-проект документтарын тикшереп район хакимиәте башлығының ҡултамғаһы менән БР Ауыл хужалығы министрлығына хәл итеүҙе һорап ебәрә алабыҙ.
Эйе, беҙҙең мәғлүмәт-консультация үҙәгендә фермерҙарға бизнес-план, документтар тултырыуҙа ярҙам күр-һәтергә экономист юҡ, таба алманыҡ. Шуға күрә был штатҡа юрист алғайныҡ, килеүсе, консультация алыу-сы кеше юҡ тиерлек. Фермерҙарҙың 50 һум аҡсаларын да алып булмай. Әгәр ҙә эшләргә теләк белдереүсе экономист табылһа, беҙ уны эшкә аласаҡбыҙ. Әммә был ваҡытлыса ғына кеүек. Сөнки ярҙам һорап күп булһа бер 10-лап кеше мөрәжәғәт итер.
Фермерҙарҙы беҙ кооператив төҙөргә саҡырабыҙ. Әйтәйек, малды күпләп тотҡан бер нисә фермерҙың һөтөн берәүһе эшкәртә. Картуф һәм йәшелсәне һаҡлау өсөн берләшеп йәшелсә һаҡлағыс төҙөргә мөмкин. Кооперацияның яңы төрөн фермерҙар аңлап етмәй, күрәһең. Ауыл хужалығы министрлығы ла еләк-емеш, йәшелсә үҫтергән эшҡыуарҙарға шуны тәҡдим итә.
Айҙар ТУЙГИЛДИН, район ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы:
– Бизнес асҡан кеше һәр саҡ үҙен хәүеф аҫтына ҡуя. Башлаған эшеңдең уңышлы килеп сыҡмау ихтималлығын оноторға ярамай. Теләк кенә етмәй, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап ителә. Эш башлар алдынан ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә кәрәк.
Беҙ фермерҙарҙың эшенә ҡыҫыла алмайбыҙ, ундай вәкәләтлектәребеҙ юҡ. Хөкүмәт 2018 йылға тиклем шундай мораторий иғлан итте. Продукция етештерәһең икән, алдан уйлап эш итергә тейешһең. Шул уҡ йәшелсәне үҫтергәндә лә тәүҙә һатып алыусыны табырға кәрәк. Кеше малын һуйғанда ла бит алдан һатып алыусыны таба. Инерҙән алда сығырыңды уйла, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Фермерҙарҙың кооперацияға берләшеүе йәшелсә һаҡлау бинаһы булдырыуҙың бер юлы, тип беҙ фермерҙарға һәр саҡ тылҡыйбыҙ.
2015-2016 йылдарҙа районыбыҙҙа 24 крәҫтиән-фермер хужалығы картуф, 6 кеше асыҡ һауала йәшелсә үҫтергән. Теплица тотоусы бер нисә кеше бар. Ауыл хужалығы министрлығынан субсидиялауға берҙәм база булдырыу өсөн йәшелсәселек, картуф үҫтереү менән шөғөлләнгән фермерҙарҙың исемлеген һорап алдылар.
Рәүеф НАМАҘҒОЛОВ, район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы:
– Интернетта инвестиция картаһы бар. Инвесторҙар табыуы анһат түгел, шул уҡ йәшелсәселектә лә улар үҙҙәренә ниндәй майҙансыҡ оҡшай — ерҙәре уңдырышлы, баш ҡалаға яҡын, сауҙа һәйбәт барған райондарҙы һайлай. Ә беҙҙә һуңғы йылдарҙа рәттән ҡоролоҡ. Бына Туймазы яҡтарында теплица тотоусылар күп, был тармаҡ ныҡ үҫешкән. Йәшелсәләрҙе ҙур машиналарға тейәп күмәртәләп һаталар, Себергә лә оҙаталар.
Ә фермерҙарға бизнес-план төҙөү мәсьәләһенә килгәндә, ул проблема түгел. Беҙҙән йылына уны 5-6 фермер эшләтә. Бөтәһе лә Өфөгә бара. Конкурс комиссияһы бизнес-планды баш ҡалала төҙөткәндәргә өҫтөнлөк бирә.

Рәсәйгә йыл һайын бер миллион тоннаға тиклем йәшелсә ситтән индерелә. Был 2,5 миллиард һум аҡса тигән һүҙ.

Күмертауҙа йәшәүселәрҙең йылына яҡынса 82 тонна ҡыяр, 59 тонна помидор, 40 тонна төрлө йәшелсә ҡулланыуы асыҡланған. Ырымбурҙан һәм башҡа төбәктәрҙән йәшелсә һатып алыу өсөн миллиондарса һум аҡса йыл да ҡаланан ситкә китә. Ҡыяр өсөн генә лә яҡынса 15-20 млн. һум түләйбеҙ, һәм был аҡсалар ҡаланан «оса».


Уҙған йылда Башҡортостанда 366 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән.
Читайте нас: