Көйөргәҙе районы хужалыҡтарында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында быйылғы уңыш яҡшы булыуы менән ҡыуандыра. Ваҡытында яуған ямғырҙар игенселәребеҙҙең өмөтөн аҡланы. Инде хәҙер төп маҡсат – уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу.
Был яҡлап беҙҙең ураҡсылар республикала иң алдынғылар рәтендә. Уларҙың уңышлы эшләүе хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ла маҡтап яҙып сыҡты.
23 июнгә ҡарата «Искра» ауыл хужалығы кооперативында ҡышҡы бойҙай 1900 гектарҙа һуғылған. Уңыш гектарынан 30 центнер тәшкил итә. Тритикале шулай уҡ 30 центнер бирә.
Әле борсаҡ уңышын урып, һуғыу эштәре бара. Илшат Боҫҡанов көнөнә 404 центнер, Шәүкәт Ишкинин 329 центнер борсаҡ һуға.
Хужалыҡ баҫыуҙарында ураҡ эштәре менән бер рәттән киләһе йыл уңышына нигеҙ һалына: ужым культуралары сәселә. Механизаторҙар: «Арыш та киләһе йылға ишелеп уңһын, буралар тулы булһын», - ти. Был изге эш менән Румил Аҡһаров етәкселегендәге комплекс шөғөлләнә. Уларға сәсеү орлоғон эшкәртеүҙә Илдар Исхаҡов, Илһам Бикбаев, Рәис Ниғмәтуллин, Рәмил Искәндәров һ.б. уңғанлыҡ күрһәтә