Все новости
Ауыл хужалығы
31 Августа 2017, 16:38

ҠАЙҘА ҠУЙЫРҒА? НИСЕК ҺАТЫРҒА?

Район баҫыуҙарында көн дә 2 мең гектарҙа иген культуралары урып һуғыла. Ҡышҡы культуралар йыйылып бөтөү алдында. Яҙғы культуралар шулай уҡ 40 процентта йыйып алынған.

Район баҫыуҙарында көн дә 2 мең гектарҙа иген культуралары урып һуғыла. Ҡышҡы культуралар йыйылып бөтөү алдында. Яҙғы культуралар шулай уҡ 40 процентта йыйып алынған.
Быйылғы ураҡ эштәрен «Искра», «Түкән» ауыл хужалығы кооперативтары 60 процентҡа башҡарған. Киров исемендәге хужалыҡта, «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһендә, Усмановтың крәҫтиән-фермер хужалығында ураҡ эштәренең яртыһы тамамланған.
Быйыл иген культуралары гектарынан 22,3 центнер уңыш бирә. Был – Көйөргәҙе игенселәре көткәндән байтаҡҡа күп. Тик таяҡ ике башлы, тигәндәй, бер яҡтан, ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан, көтөлмәгән уңыш яңы баш ауыртыуҙары ла алып килде. Игенде ҡайҙа һаҡлау һәм һатыу игенселәр алдына ҡырҡыу көнүҙәк мәсьәлә булып килеп баҫты. Сөнки үҫтерелгән уңышты һаҡлау урындары хужалыҡтарҙа ла, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла етерлек түгел. Элеваторҙар игенде көйөргәҙеләрҙән ҡабул итмәй. Бының өсөн алдан килешеүҙәр төҙөлмәгән. Ни бары А7 АГРО-БР ғына әлегә Ергән элеваторына 200 тонна ашлығын һаҡлауға һала алды.
Ҡайһы бер хужалыҡтар яңы уңыштан пайсыларға пай ерҙәре өсөн игенләтә иҫәпләшә башланы. «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе быйылғы, «Башҡорт лимузины» былтырғы, быйылғы бурыстарын игенләтә таратты. Был да ауыл хужалығы өлкәһендә йыйылып киткән мәсьәләләр төйөнөн үҙенсә сисеүҙең бер алымы. Пайсылар тейешлеһен ваҡытында алырға тейеш, әлбиттә.
Игенде һатыуға килгәндә, хаҡтар ныҡ түбән. Аралашсылар бик арзан ғына хаҡҡа һорай. Игенсенең йыл әйләнәһенә ҡара тирен түгеп үҫтергән уңышы кемдәрҙеңдер ҡулына бына шулай еңел генә инеп китә. Берәүҙәр эшләп-эшләп тә мантый алмай, икенселәр һағыҙаҡтар кеүек әҙер уңышты ҡулдарына төшөрөргә әҙер генә тора.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Читайте нас: