Все новости
Ауыл хужалығы
5 Сентября 2017, 16:48

«НЫҠЛЫ ЯМҒЫР КӘРӘК»

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 4 сентябрға ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, сәселгән баҫыуҙарҙың 71 процентында урып-йыйыу эштәре башҡарылған. Ужым культуралары 9 меңдән артыҡ гектарҙа сәселгән.

Әлеге көндә район хужалыҡтарының барыһы ла силос һалыу менән мәшғүл. Шулай уҡ бер үк ваҡытта орлоҡ һалыу, туңға һөрөү эштәре лә башҡарыла. Урып-йыйыу буйынса Киров исемендәге һәм «Искра» хужалыҡтары 75%-н үтәһә, «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе был эште тамамлап та ҡуйҙы. «Түкән»дәр ҙә 90 процентын урып-йыйып алып, был эште бөтөрөү алдында тора. «Аргус» - 77%, Усманов 74%-ҡа еткән. Ужым культураларын сәсеүҙе лә Киров исемендәге, «Искра» хужалыҡтары яҡшы алып бара. Район ауыл хужалығы бүлеге агрономы Айҙар Туйгилдин: «Ҡалған хужалыҡтарға ла, фермерҙарға ла, әлегә көндәр арыу торғанда, урып-йыйыу, орлоҡ һалыу эштәрен тиҙләтергә кәрәк. Бына-бына ямғырҙар яуырға, көндәр боҙолоп китергә тора. Ужым культураларына бер генә булһа ла, ныҡлы ямғыр кәрәк, әлбиттә», - ти.
Читайте нас: