Март айында уҡ Башҡортостандың ауыл хужалығында айлыҡ уртаса эш хаҡын 17 мең 800 һумға еткерергә кәрәк, тигән күрһәтмә хаҡында яҙып үткәйнек.
Башҡортостанстаттың мәғлүмәттәре буйынса беренсе яртыйыллыҡ аҙағында Башҡортостанда айлыҡ уртаса хеҙмәт хаҡы 30 743 һум тәшкил итә. Ауыл хужалығында уртаса айлыҡ эш хаҡы ошо сумманың яҡынса 60%-н тәшкил итергә тейеш икән. Иң күп аҡса алыусылар нефть продукттары етештереү өлкәһендәгеләрҙеке. Улар айына уртаса 74 000 һум аҡса ала. Файҙалы ҡаҙылма сығарыусыларҙың эш хаҡы 48 000 һумға барып баҫа. Унан килә транспорт саралары һәм ҡорамалдары етештереүселәр килә. Улар ҡулдарына уртаса 41 000 һум ала. Иң кәм алыусылар рәтенә, 15-16 мең һум алыусы урман һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре инә.
Үткән йылда республиканың 15 районы ер кешеһенең хеҙмәт хаҡын 16 300 һумға еткерә алған. Башҡа райондарҙа ул 11 000 һум йә унан да түбән.
Беҙҙең район хужалыҡтарының һәр береһенең мөмкинлектәренә ҡарап, эш хаҡтары төрлөсә. Эш хаҡы алынған уңыш күләме, ашлыҡты һатыу менән туранан-тура бәйле. Беҙ район хакимиәтенә, хужалыҡ етәкселәренә сығып, нисек итеп эш хаҡын юғарыла әйтелгән 17 800 һум күләменә еткерергә уйлауҙары хаҡында белештек.
Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы:
- Беҙ Республика Башлығының күрһәтмәһе буйынса хужалыҡ етәкселәренә мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Айлыҡ уртаса эш хаҡын күтәрергә кәрәклеге хаҡында әйтәбеҙ, аңлатабыҙ. Башҡаса бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Һәр бер хужалыҡ эш хаҡын күтәреү буйынса үҙе хәл итә. Эшселәр юҡ, тип илап ултыралар ҙа ул. Эшселәргә бит эш хаҡы түләргә лә кәрәк. 7 сентябрь көнө Баймаҡҡа ауыл хужалығында тап бына ошо тема - уртаса эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе буйынса кәңәшмәгә йыйынабыҙ. Тағы ла ниндәйҙер яңылыҡтар белеп ҡайтһаҡ, һөйләрбеҙ.
Рәмил ТУҠАЕВ, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе:
- Популизм тип атала был. Арзан авторитет артынан ҡыуалар. Башҡорт үлһә үлгән, ерен бирмәгән. Әммә күп кенә башҡорттар пай бүлгәндә, тормозить итеп, ер пайы алмайынса ла үлеп киттеләр. Ә шул уҡ ваҡытта ҡасандыр ҡасып киткәндәр ҡайтып, ер алып бөттөләр. Ауыл хужалығында айлыҡ уртаса эш хаҡын 17 800 һумға еткерергә тигән күрһәтмә уйлап етелмәгән. Поездан алда йүгерәләр. Был беҙҙеке кеүек бар районды тотоп торған эре хужалыҡтарҙы үлтерер өсөн эшләнә, тип уйлайым. Йәнәһе лә, эш хаҡы күп булһа, һалымдар ҙа күберәк була. Ярай, был сумманы бер йыл тирәһе түләргә тырышырбыҙ, ти. Икенсе йылға барыбыҙ ҙа күләгәгә ҡасасаҡбыҙ. Ана, фермерҙар бит рәхәт эшләй, бер ниндәй һалым тип тә ҡайғырмай. Әлеге көндә беҙҙә уртаса эш хаҡы 12 меңгә саҡ-саҡ етә. Ҡайҙан аҡса алып түләргә тейешбеҙ? Юҡ аҡса. Игенгә хаҡ юҡ. Алыусыһы ла, һораусыһы ла юҡ. Дәүләт тарафынан бик бәләкәй генә ярҙам күрһәтелһә, аҙаҡ, теге пункты үтәлмәгән, быныһы эшләнмәгән тип аҡсаны кире тартып та алалар. Чиновниктарҙың бындай эш алымдары арҡаһында берҙән-бер һалым түләп торған эре хужалыҡтар ҙа бөтһә, һалымдар бөтөнләйе менән булмаясаҡ. Башҡортостан етәкселеге ярҙамында барыбыҙ ҙа юҡ буласаҡбыҙ. Бына бер генә миҫал килтерәм. 1996 йылда игендең килограмы 3 һум ине. Дизелдең литры — 6 һум. Ә хәҙерге көндә дизель — 38 һум, игендең хаҡ шул уҡ, 3-4 һум. Дизелгә нисә тапҡырға хаҡ артҡан, ә игендең хаҡы шул көйө ҡалды. Яғыулыҡҡа 20 миллиондан ашыу аҡса китә. Шул уҡ ваҡытта түләй торған кредиттарыбыҙ ҙа бар. Шулай булғас, нисек эш хаҡын арттырырға тейешбеҙ икән? Иртәгә Баймаҡҡа барып был турала сығыш яһаясаҡмын.
Ғәйнетдин МӨХӘМӘТОВ, «Ватан» хужалығы рәйесе:
- Беҙгә был күрһәтмә ҡағылмай тиһәк тә була, сөнки беҙҙең хужалыҡта айлыҡ уртаса эш хаҡы былай ҙа 18 мең һумға етә. Башҡа хужалыҡтар ашлыҡтарын 3 һум 50 тиндән һатып яталар алып-һатарҙарға. Беҙҙең иген супер элиталы булғас, 8 һумдан һатабыҙ. Эш хаҡын күтәрергә тиҙәр икән, тимәк, дәүләт беҙҙән игенде килоһын 8-10 һумдан һатып алырға тейеш. Шул ваҡытта эш хаҡы ла артасаҡ, әлбиттә. Ул саҡта эш хаҡын бер һүҙһеҙ 20 мең һумға күтәрергә лә була. Беҙҙә ит эшкәртеү цехтары бар. Унда итте эшкәртеп, үҙебеҙҙең магазиндарҙа һатып аҡса эшләйбеҙ. Шулай уҡ былтырғы йылдың уңышы аҡсаһына көн итәбеҙ. Аҡса кәрәк булғас, башҡа хужалыҡтар игендәрен арзан хаҡҡа һатырға мәжбүр була.
Сергей ЛОБАНОВ, «Түкән» хужалығы рәйесе:
- Уртаса эш хаҡын беҙ әлегә 11 мең һум тирәһендә тотабыҙ. Эшселәребеҙгә бесәнен дә сабабыҙ, игенен дә бирәбеҙ. Эш хаҡын мин ҡуш ҡуллап, шатланып 50 мең һумға ла, 100 мең һумға ла күтәрергә ризамын. Әммә бына иген бар, алыусыһы юҡ бит. Бушлай тиерлек һатып ебәрәбеҙ, шунда ла алырға теләмәйҙәр. 2-3 тонна алалар ҙа, бөттө шуның менән. Иген келәт тулы, арзанға ла алыусыһын табып булмай, хатта. Һөтөн дә бер нисә тингә тиерлек, 18 һум менән генә биреп ебәрәбеҙ. Арыштың тоннаһын 3200 һум менән, бойҙайҙыҡын 4100 һум менән биреп ебәрҙек. Йәй көнө эш хаҡы күберәк тә, ә ҡыш көнө, һөт кәмегәс, эш хаҡы ла кәмей. Ә яғыулыҡҡа хаҡтар нисек һуң? Үҙегеҙ беләһегеҙ. Яғыулыҡҡа хаҡты көндән-көн күтәрәләр, ә игенгә юҡ. Етмәһә, нефтяниктар һәм газовиктарҙың эш хаҡы менән тиңләргә кәрәк, тип ҡысҡыралар. Былай ҙа йыл һайын хәлебеҙҙән килгәнсе арттырырға тырышып барабыҙ.
Рәмил МОСТАФИН, «Искра» хужалығы:
- Минең әйтер һүҙем юҡ. Әлеге көндә ауыл хужалығында эштең ҡыҙыу сағы. Айлыҡ уртаса хеҙмәт хаҡын да әйтә алмайым әлегә.