Все новости
Ауыл хужалығы
12 Сентября 2017, 14:40

ХОҘАЙ ТӘҒӘЛӘ ИШЕТКӘН

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 11 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, урып-һуғыу эштәренең 83%-ы үтәлгән. Игендең тулайым күләме 100 мең тоннаға етте һәм республика буйынса был рубежды үтеүселәр араһында беҙҙекеләр 4-се булдылар.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 11 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, урып-һуғыу эштәренең 83%-ы үтәлгән. Игендең тулайым күләме 100 мең тоннаға етте һәм республика буйынса был рубежды үтеүселәр араһында беҙҙекеләр 4-се булдылар.

«Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе, «Түкән», «Ильинка» хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен тамамлаған. Киров исемендәге, «Искра», «Аргус», «Медведь» һәм фермерҙар Илшат Мәзитов, Әнүәр Усманов, Аҡылбек Альмашевтар ҙа был эште бына-бына тамамлайбыҙ тип тора. Район буйынса иң күп уңыш «Мәләүез»дәрҙә, гектар ҡеүәте 28,5 центнер тәшкил итә. 918 гектар шәкәр сөгөлдөрө баҫыуының 478 гектарынан әлеге көндә шәкәр сөгөлдөрө алынған. Уның гектар ҡеүәте 250 центнер.

Туңға һөрөү эшен дә онотмай ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре. 13 мең гектарҙан артығы ошо көнгәсә һөрөлгәндән дә инде. Шулай уҡ район баҫыуҙарында сәсеү эштәре гөрләй. Барлығы 7600 гектарҙа сәселгән. Уның 2575 гектарындағыһы ҡышҡы бойҙай булһа, 1396 гектарында тритикале.

Үткән аҙнала, ауыл хужалығы эштәре барышы хаҡында мәғлүмәт биргән саҡта, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә: «Ныҡлы ямғыр кәрәк», - тигәйнеләр. Уларҙың теләктәрен Хоҙай Тәғәлә ишеткәндер күрәһең, күп тә үтмәй көслө генә ямғыр яуып үтте. Ә бөгөн инде ауыл хужалығы бүлеге белгестәре: «Яңы яуған ямғырҙар ҡышҡы культуралар өсөн бик тә файҙалы булды. Һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡышҡы бойҙайҙы сәсеүҙең оптималь ваҡыты 15 сентябргә ҡәҙәр. Шуға күрә бойҙай менән тритикалены сәсеүҙе тиҙләтергә кәрәк», - тиҙәр
Читайте нас: