Все новости
Ауыл хужалығы
19 Сентября 2017, 17:50

ТАМАМЛАНЫУҒА БАРА

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 18 сентябргә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәре буйынса, райондың 59 360 гектар сәселгән майҙанының 53 514 гектарында урып-йыйыу эштәре башҡарылған. Был һандар районда уңыш йыйып алыу эштәренең 91%-ҡа үтәлешен күрһәтә. Игендең тулайым күләме — 108 862 тонна, уртаса уңышы — 20,2 центнер.

«Түкән», «Ильинка», «Медведь» хужалыҡтары һәм «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе, фермерҙар күптән инде урып-һуғыу эштәренең осона сыҡты. Райондың эре хужалыҡтарынан — Киров исемендәге һәм «Искра» хужалыҡтары ошо араларҙа был эште тамамларға йыйына. Шулай уҡ район хужалыҡтарында әлеге осорҙа туңға һөрөү бара. 18 381 гектарҙа көҙгө ер эшкәртеү эштәре башҡарылһа, уның 14 050 гектары — туңға һөрөү. 14 956 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү эштәре — силос һалыу ҙа дауам итә. Ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт итеүселәр ошо арала көнбағыштың өлгөргән баҫыуҙарына төшөргә йыйына.
Читайте нас: