Все новости
Ауыл хужалығы
26 Сентября 2017, 14:27

КӨНБАҒЫШҠА ТӨШТӨК

Аҙна һайын дүшәмбе көнө район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән ауыл хужалығы эштәре буйынса мәғлүмәт алып торабыҙ.

Аҙна һайын дүшәмбе көнө район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән ауыл хужалығы эштәре буйынса мәғлүмәт алып торабыҙ. Үткән дүшәмбелә урып-йыйыу эштәре тамамланыуға бара, тип яҙһаҡ та, әле һаман да тамамланмаған. 25 сентябрҙәге мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, район буйынса 1 345 гектарҙа урып-йыйыу эштәре башҡараһы ҡалған. «Көйөргәҙеагропродукт», «А7-Агро», «Юлдаш» хужалыҡтарына һәм фермерҙар Усманов, Әҙеһәмов, Әлмөхәмәтовтарға эште тиҙләтергә кәрәк буласаҡ. 17 мең гектарҙа ужым культуралары үткән аҙнала уҡ сәселеп бөткән. Бында инде бик күп майҙанда ужым культуралары сәскән «Искра», Киров исемендәге, «А7 — Агро» хужалыҡтары, «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе һәм фермерҙар Усманов, Мәзитов, Альмашевтарҙы әйтеп үтергә кәрәк. Шулай уҡ туңға һөрөү эше дауам итә. «Искра», «Түкән», «Ватан» хужалыҡтары һәм ҡайһы бер фермерҙар көнбағыш баҫыуҙарына төштө. Райондың ауыл хужалығы белгестәре быйыл көнбағыштың уңышы бер ҙә генә маҡтанырлыҡ түгел, тип белдерә.
Читайте нас: