Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 2 октябргә биргән мәғлүмәттәре буйынса, район хужалыҡтарында иген культураһын йыйып алыу 98%-ҡа үтәлгән, йәғни 58 143 гектарҙа урып-йыйыу эштәре башҡарылған. Тағы ла 1000 гектарҙа ҡарабойҙай һәм бойҙай йыйылмай ҡалған. Тулайым йыйым — 117 523 тонна.
Үткән аҙнала яҙғаныбыҙса, Киров исемендәге, «Искра», «Ватан» хужалыҡтары, фермер Дамир Хәйбуллин һайлап көнбағыш баҫыуҙарында эшләй. «Түкән» хужалығы һәм фермер Айҙар Әкбәров көнбағыштарын йыйып алып та бөтөргән. «Искра», «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәләре силос һалыуҙы дауам итә. Шулай уҡ хужалыҡтарҙа туңға һөрөү эштәре бара. Ошо көндәрҙә 23 384 гектар ер эшкәртелгән, шуның 18 683 гектары — туңға һөрөү.