Все новости
Ауыл хужалығы
10 Октября 2017, 16:38

ДАУАМ ИТӘ

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең был аҙна башындағы мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, «Искра», Киров исемендәге, «Ватан», «НДН агро», «Медведь» хужалыҡтары, фермерҙар Әнүәр Усманов, Илшат Мәзитов күпләп көнбағыш баҫыуҙарына төшкән.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең был аҙна башындағы мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, «Искра», Киров исемендәге, «Ватан», «НДН агро», «Медведь» хужалыҡтары, фермерҙар Әнүәр Усманов, Илшат Мәзитов күпләп көнбағыш баҫыуҙарына төшкән. Ошо көнгәсә 5,146 гектарҙа көнбағыш культуралары урып һуғылған. Көнбағыштың уртаса гектар ҡеүәте — 9,5 центнер. Шулай уҡ хужалыҡтарҙа туңға һөрөү эше дауам итә. Әле 25 254 гектар ерҙә көҙгө эшкәртеү эштәре башҡарылған. Шуның 20 393 гектары — туңға һөрөү. «Искра» хужалығы кукурузды орлоҡҡа йыйыу эшен башлап тора. Быйыл кукуруздың уңышы бик үк шәптән түгел, тип билдәләй район ауыл хужалығы бүлеге белгестәре. Уның айырым ғына сәбәбен әйтеп булмай, сәбәптәре күп, тиҙәр улар. План буйынса 50 мең тонна кукуруз алыу ниәтләнгән. Әлеге көндә шуның 31 478 тоннаһы алынған. Силосҡа тәғәйен кукуруздың гектар ҡеүәте — 100 центнер.
Читайте нас: