Все новости
Ауыл хужалығы
16 Октября 2017, 13:01

ЭЛЕККЕ «БАШҠОРТ ЛИМУЗИНЫ» ТИП БЕЛЕРҺЕГЕҘ

Гәзитебеҙҙең үткән һанында ауыл хужалығының уңыш йыйыу буйынса мәғлүмәттәрендә «НДН Агро» тигән хужалыҡты ла телгә алғайныҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан: «Ул ниндәй яңы хужалыҡ ул?» - тип һораусылар күбәйеп китте. Шуға күрә ошо турала мәғлүмәт туплап ҡараныҡ.

Ҡасандыр районда «Забарив Агро» тигән йәмғиәт килеп сыҡҡайны. Был хужалыҡ малдарҙы Европанан, шулай уҡ мәрмәр итле һыйыр малын Австралиянан да алып ҡайтҡайны. Бөтә илде мәрмәр иткә туйындырыу ине уларҙың ниәттәре. Беҙ ҙә ҙур аҡсалы эш урындары буласаҡ, тип ныҡ ҡыуанғайныҡ. Бер аҙҙан был йәмғиәт исемен «Башҡорт лимузины» тип үҙгәртеп ҡуйҙы. Хәҙер инде «НДН Агро» тигән тағы ла яңы исем алып йөрөй улар. Ни өсөн икәнен белешеп ҡараныҡ. Ҡыҙғанысҡа, бер ниндәй ҙә аныҡ ҡына яуап ишетеп булманы. «Беҙҙең турала бер нәмә лә яҙмағыҙ әлегә», - тип кенә әйттеләр хужалыҡ етәкселәре. Район хакимиәтендә лә: «Беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ. Банкротлыҡҡа бараларҙыр. Һалым органдары ғына белә инде ундай мәғлүмәтте», - тинеләр. Шулай итеп, «НДН Агро» тип яҙһаҡ, уны элекке «Башҡорт лимузины» икән тип белерһегеҙ. Әйткәндәй, НДН — Никитин Даниил Николаевич тигәнде аңлата.
Читайте нас: