Все новости
Ауыл хужалығы
16 Октября 2017, 13:06

КЕМ КҮПМЕ БИРӘ?

Әлеге мәлдә район хужалыҡтарында көҙгө уңыштан үҙҙәренең пайсыларына дивидендтар таратыу эше бара. Уларҙың ҡайһы берҙәре был эште йомғаҡлап та ҡуйған, ә ҡайһылары башламаған әле.

Әлеге мәлдә район хужалыҡтарында көҙгө уңыштан үҙҙәренең пайсыларына дивидендтар таратыу эше бара. Уларҙың ҡайһы берҙәре был эште йомғаҡлап та ҡуйған, ә ҡайһылары башламаған әле.

Тимербай ауылы халҡының «Түкән» хужалығына рәхмәтен белдергән хаты гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡҡайны. Унда улар хужалыҡтың былтыр 3-әр центнер бойҙай һәм көнбағыш майы, ә быйыл 4-әр центнер бойҙайҙы йортҡа уҡ алып килеп биреүҙәре өсөн рәхмәт әйткәйне.

Бөгөн беҙ райондың ҡайһы бер башҡа хужалыҡтарының һәм шулай уҡ фермерҙарҙың пайсылар менән иҫәпләшеүе хаҡында белештек. Шуныһы ҡыҙыҡ, фермерҙарҙың ҡайһылары ни өсөндөр пайҙың күләмен сер итеп тотоп, «Беҙ ерҙең һалымын түләйбеҙ», - тип әйтеүҙән ары уҙманы. Был урында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: бөтә бирелгән әйберҙән тыш хужалыҡтарҙың барыһы ла ер өсөн булған һалымды үҙҙәре ҡаплай.

Киров исемендәге хужалыҡта 2-шәр центнер һоло һәм 3-әр центнер бойҙай бирә башлағандар. Былтыр пайсыларға 1-әр центнер тритикале һәм 2-шәр центнер һоло бирелгән.

«Көйөргәҙеагропродукт» йәмғиәте 2 центнер арпа һәм 2 центнер бойҙай менән иҫәпләшеп тә өлгөргән. Хужалыҡ етәкселеге: «Былтыр бирерлек уңыш булманы, шуға күрә 1-әр центнер бойҙай менән генә сикләнгәйнек», - ти.

«Искра»лар, әле бирә башламаныҡ, тиҙәр. Былтыр улар 3-әр центнер бойҙай биргән булғандар.

Фермер Илшат Мәзитов үҙенең пайсыларына 500 кг таҙа бойҙай йәки таҙа арпа һайлап алыу хоҡуғы биргән. Быға ҡушып 5-әр литр көнбағыш майы ла таратыла. Былтыр ҙа иҫәпләшеү ошондай кимәлдә булған.

Әнүәр Усмановтың фермер хужалығы пайсыларына былтыр барлығы 2 центнер арыш менән һоло таратһа, быйыл да 3 центнер арыш менән һоло биргәндәр.
Читайте нас: