Все новости
Ауыл хужалығы
17 Октября 2017, 18:20

МАЛДАР ҠУРАҒА ИНДЕ

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 16 октябргә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы предприятиеларында көнлөк тулайым һауым — 217 центнер. Бер фураж һыйырҙан малсылар көнөнә 13,4 кг һөт һауып ала. Был күрһәткес былтырғынан 1 кг-ға тиерлек кәмерәк. Һөттөң кәмеүе малдарҙың ҡышҡы ҡураларға күсеүе менән аңлатыла.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең 16 октябргә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы предприятиеларында көнлөк тулайым һауым — 217 центнер. Бер фураж һыйырҙан малсылар көнөнә 13,4 кг һөт һауып ала. Был күрһәткес былтырғынан 1 кг-ға тиерлек кәмерәк. Һөттөң кәмеүе малдарҙың ҡышҡы ҡураларға күсеүе менән аңлатыла.

Көнөнә 4% ҡуйылыҡтағы, 84% тауарлылығындағы 219,7 центнер һөт һатыуға оҙатыла. Райондың барлыҡ фермаларында ла тиерлек малдар ҡышҡы ҡураларға ингән.

Ҡотлоюл фермаһында бөгөнгө көндө 250 баш һауын һыйыры һәм 200 баш һимертеү өсөн эре мал бар. Бында эре малдың һаны былтырғы кимәлдә ҡалған. 5 октябрҙән уларҙың барыһы ла ҡышҡы ҡураға инде. Ферма мөдире Нәғим Аҡһаров: «Ҡураға инеү менән һөт әҙерәк кәмене, әммә һөттөң ҡуйылығы артты. Йәй көндәре һөттөң ҡуйылығы 3,8% булһа, әле 4,1 — 4,2%-ҡа барып етә. Бында әле тәүлегенә 1700 литр һөт һауып алына. Һауынсыларыбыҙ Маһинур Аҡһарова, Миңлебикә Аҡһарова, Фидәлиә Боҫҡанова, Асия Ғафарова, Фирүзә Арыҫланова үҙ эштәрен яратып башҡара. Малсылар Урал Аҡһаров, Иҙрис Боҫҡанов һәм Юнир Аҡһаров малдар ҡураға инһә лә, һауа торошона ҡарап, уларҙы 2-3 сәғәт йөрөтөп алып килә. Һимертелгән эре малдарҙы ҡараусы Илдус Аҡһаров менән Ирек Яманһаров та тырышып эшләй, артым һәйбәт», - ти. Шуны ла әйтергә кәрәк: Ҡотлоюл фермаһында һауынсылар һәм малсылар өсөн «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин бар шарттар ҙа тыуҙырған. Унда бик күп эштәр техника ярҙамында башҡарыла. Һауынсыларға ла хәҙер ауыр биҙрәләр күтәреп йөрөргә түгел. Малдар һәр ваҡыт таҙа, элекке ваҡыттарҙағы кеүек уларҙы йыуырға ла кәрәкмәй. Бригадирҙары Урал Ибраһимов та уларға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Эш хаҡы ла арыу һәм ваҡытында бирелеп тора.

Айтуған ШАҺМАНОВ фотоһы

Республикала малдарҙа бешмә (ящур) сире таралыуы хаҡында гәзиттең үткән һандарында яҙғайныҡ. Урта Азиянан һарыҡтарға эйәреп килгән был сир ул мәлдә Туймазы районында ғына таралғайны һәм унда сирле 980 баш малды, йәғни өс ауылдың барлыҡ мал-тыуарын тиерлек юҡ итергә тура килгәйне. Дөйөм зарар 40 млн. һум тәшкил иткән. Әле бешмә Бүздәк районына ла килеп еткән, тиҙәр. Унда әлеге көндә сирле 146 һыйырҙы юҡ итергә йыйыналар һәм страховка өсөн малдарға тағы бер ҡат прививка эшләйҙәр. Шулай уҡ Шаран районына ла был вирус күскән тигән хәбәр йөрөй. Сир табылған ерҙә мал ғына түгел, мал аҙығы ла юҡ ителә.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бешмә сиренең таралыуы өсөн ауыл хужалығы өлкәһендәге контроль-күҙәтеү органдарына ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе. Бындай хәлдең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуйған вазифалы кешеләргә ҡарата тейешле яза буласаҡ, тип билдәләне республика Башлығы.
Читайте нас: