Все новости
Ауыл хужалығы
23 Октября 2017, 14:02

Илаһаң ила

Быйыл Рәсәй иген уңышы менән рекорд ҡуйырға йыйына. Әммә мул уңыш та проблема, сөнки иген күп булған һайын хаҡтар ҙа төшә. Ил башлығы Владимир Путин Ауыл хужалығы министрлығына был хәлдән нисек сығыу юлдарын уйларға ҡушты ла ул...

Быйыл Рәсәй иген уңышы менән рекорд ҡуйырға йыйына. Әммә мул уңыш та проблема, сөнки иген күп булған һайын хаҡтар ҙа төшә. Ил башлығы Владимир Путин Ауыл хужалығы министрлығына был хәлдән нисек сығыу юлдарын уйларға ҡушты ла ул...

Ғөмүмән әйткәндә, В. Путин Воронежда үткән агросектор проблемалары буйынса күсмә кәңәшмәлә ауыл хужалығының иҡтисади күрһәткестәренең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне. Ул шулай уҡ ауыл хужалығына өҫтәмә субсидиялар бирергә һәм кооперацияны үҫтереүҙә ярҙам итәсәген әйтте. Бының барыһына ла ил башлығын Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр игендән 130 млн тонна уңыш алыу көтөлөп, рекорд ҡуясағыбыҙ дәртләндергән. «Элек ауыл хужалығын «ҡара упҡын» тип атай торғайныҡ, сөнки күпме генә аҡса бирһәң дә, улар эҙһеҙ юғала ла ҡуя торғайны. Бер ниндәй һөҙөмтә булманы. 2016 йылда 120,7 млн. тонна уңыш алып ҡыуанғайныҡ, ләкин ул барыбер 1978 йыл күрһәткестәренән (127,4 млн тонна) кәм ине» - ти В.Путин. Шулай уҡ ул киләһе йылда ауыл хужалығына өҫтәмә 20 млрд һум аҡса бүлергә бойороҡ биргәнен дә белдерҙе.

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең, эҫе, һыуыҡ, ямғыр яуа тип тормай, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, ҡара тир түгеп үҫтергән игененең хаҡы шул тиклем түбән булыуы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Был турала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин да әсенеп һөйләй:

- Иген сәсеү бөгөнгө көндә үҙ-үҙен аҡламай тип әйтергә була. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хаҡтар арзан. Хаҡтарҙы күтәреү өсөн беҙ үҙебеҙ генә бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, ҡыҙғанысҡа. Әйтеүҙәре буйынса, декабрҙә игенгә билдәле генә бер хаҡ ҡуйырға уйлайҙар ҙа ул өҫтәгеләр. Хужалыҡтар хаҡтар күтәрелгәнен көтә алмай. Кредиттарын, эш хаҡы түләргә, бюджетҡа бирергә кәрәк. Кредиттарын, һалымдарын ваҡытында түләмәһәләр ҙә, хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында эш хаҡы бирмәһәләр ҙә, уларҙы ҡаты яза көтә. Шуға күрә нимә эшләһендәр инде, алыпһатарҙарға осһоҙға булһа ла һатып ебәрергә мәжбүрҙәр. Уңыш быйыл юғары булды, әммә барыбер файҙаһы юҡ. Рәсәйҙә 130 млн тонна уңыш алыу көтөлә. Уңыш мул булған һайын, хаҡтар ҙа төшә. Игенде сит илгә сығарыу ҙа кәмене. Әлеге көндә бойҙайҙың тоннаһын 3800 һумға, һолоноҡон 3000 һум менән алалар. Дәүләкән, Орск, Гай һәм башҡа ҡалаларҙа 6800 һум менән алалар ҙа бит. Әммә унда алып барырға алыҫ. Транспорт, яғыулыҡ өсөн күп сығымдар талап ителә. Шулай уҡ унда алып барғас та дымлылығы һәм башҡа сифаттарына ҡарап хаҡын кәметәсәктәр әле. Бына етенде генә алып ҡарайыҡ. Ике йыл элек уның тоннаһы 25 мең тора ине, сит илгә ебәрер өсөн алалар ине. Ә хәҙер 12,5 — 13,5 мең һум самаһы ғына. Ҡарап ҡына торғаныбыҙ көнбағыш була торғайны. Уны 22-23 мең һум менән алалар ине. Бөгөнгө көндә көнбағыштың хаҡы — 15 мең һум. Шулай итеп, был проблеманан сығыу юлы юҡ әлегә.

«Көйөргәҙеагропродукт» етәксеһе Владимир Филатовтан да иген хаҡтары тураһында һорашҡас, ул ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына, әммә һеңдергәнсе үҙенең фекерен әйтте:

- Ой, һорамағыҙ ҙа инде, көлкө. Бойҙай 3 һум 50 тин, һоло 3 һум, арпа ла 3 һум 50 тин. Үҙҡиммәте — 5 һум 70 тин самаһы бит. Беҙ әле һатмайбыҙ. Бурысҡа батып ултырһаҡ, ултырабыҙ. Аптыралған инде, үҙебеҙгә зыянға эшләйбеҙ. Ауыл хужалығы үлә. Хөкүмәттең дә, башҡаның да беҙҙә эше юҡ. Хөкүмәттә етәкселәр юҡтыр, беҙҙе яҙмыш ҡосағына ташланы ла ҡуйҙылар. Бөгөн халыҡҡа иген дә, ит тә, һөт тә кәрәкмәй. Игенде күберәк үҫтергән һайын, үҙебеҙгә насарыраҡ. Әлеге көндә предприятиебыҙҙы ябыу сигендә торабыҙ. Моғайын, хужалыҡты бөтөрөрбөҙ. Улайтып бушҡа эшләп булмай.

Ялсыҡайҙан шәхси эшҡыуар Вәһим Аҡсурин:

- Хаҡтарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ инде. Бушлай биреп ебәргән кеүек. Беҙ әле һата башламаныҡ. Иң тәүҙә пай ерҙәре өсөн халыҡ менән иҫәпләшәбеҙ. Иген булһа, хаҡы юҡ. Иген юҡ икән, хаҡы бар. Ҡарабойҙайҙы һатыуға әҙерләйбеҙ былай. Беҙ шәхси эшҡыуар Рамаҙан Рамаҙанов менән берлектә эшләйбеҙ. Хужалығында һыйырҙары, һарыҡтары бар. Әлеге көндә уның шул малдарынан килгән килем ярҙамында көн итәбеҙ. Беҙ компаньондар, шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәп ятҡан булабыҙ.

Бына шулай. Ни әйтәһең инде... Ауыл хеҙмәтсәндәренең ауыр һәм яуаплы эше бер тин дә тормай килеп сыға. Был хәлгә иларғамы, әллә көлөргәме?...


Беҙҙең Ялсыҡай ауылы халҡының пай ерҙәре шәхси эшҡыуарҙар Вәһим Аҡсурин һәм Рамаҙан Рамаҙанов хужалығында. Ошо көндәрҙә хужалыҡ етәкселәре үҙҙәренең 280 пайсыһына 2 центнер һоло, 2 центнер арпа һәм 1 центнер бойҙай таратты. Быға тағы ла өҫтәп бирергә уйлайҙар әле улар. Барлыҡ Ялсыҡай пайсылары исеменән
уларға рәхмәт әйтке килә. Һәр ваҡыт үҙҙәре имен-һау, эштәре уң булһын! Йыл да мул уңыш алыуға ирешеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Рәүзилә МӘЗИТОВА
Ялсыҡай ауылы


Читайте нас: