Все новости
Ауыл хужалығы
23 Октября 2017, 13:55

«ШАРТЛАП КИТ...»

Киров исемендәге хужалыҡ иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе, тип күреп өйрәнгәнбеҙ. Рәмил Туҡаев үҙ эшенә бирелгән, патриот етәксе, юл төшкәс, уға һуғылдыҡ. Нисек тын алып ята бөгөн хужалыҡ, эш хаҡтары нисек, иген һатыламы?.. Һөйләшер һүҙ аҙмы ни?

Киров исемендәге хужалыҡ иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе, тип күреп өйрәнгәнбеҙ. Рәмил Туҡаев үҙ эшенә бирелгән, патриот етәксе, юл төшкәс, уға һуғылдыҡ. Нисек тын алып ята бөгөн хужалыҡ, эш хаҡтары нисек, иген һатыламы?.. Һөйләшер һүҙ аҙмы ни?

Рәмил Ғиләж улы тура һүҙле кеше, әйткәндәрендә һүгенеп кенә ебәрмәй (яҡшы тәрбиә ҡамасаулай), сөнки маҡтанырлығы аҙ.

- Иген хаҡы бигерәк арзан бөгөн, етен хаҡы - 12,5 һум, игене 3-4 һум, күҙ төбәп торған көнбағыш былтыр 25 һум булһа, әле 15 һум самаһы. Ошондай мәлдә беҙгә, эш хаҡын арттыр, тиҙәр. Иген хаҡтары ошолай булғанда нисек итеп беҙ уны арттырырға тейеш? Башҡортостан, Рәсәйҙән дә уҙҙырып, беҙ күберәк арттыра алабыҙ, тип ҡысҡырҙы (алда барырға теләү менталитеты), тик нисек итеп эш хаҡын күбәйтергә икәнен береһе лә белмәй. Бер миллион эш хаҡы түләһәң, уға өҫтәмә 400 меңе һалымы була. Кредитты яңыһын алабыҙ ҙа иҫкеһен ҡаплайбыҙ, шунан йәнә яңыһын алабыҙ. Бына әле яғыулыҡҡа ғына ике миллион бурыслыбыҙ. Ауыл хужалығына субсидия бүлде федераль үҙәк. Башҡортостан Татарстандан 8 тапҡырға, Ставрополдән 25 тапҡырға аҙыраҡ алды. Ә бит беҙҙә иген үҫтереү өсөн шарттар уларҙыҡынан да насарыраҡ. Әле бына өсөнсө класлы игенде 5 мең һумдан ғына тоттороп ебәрҙек - аҡса кәрәк, икенсенән, уны һалыр урын да юҡ - көнбағышҡа урын бушатыр кәрәк. Комбайн алдыҡ быйыл 11 миллион һумға. 3 миллионын хөкүмәт кире ҡайтарҙы, уныһы шәп булды ла ул. Шулай ҙа ауыл эшсеһенә бынауындай шарттарҙа йәшәүе ҡыйын, шартлап ҡына кит - яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булмай. Думала беҙҙең мәнфәғәтте уйлаған кеше ҡайҙа, тиһеңме? Һуң унда ер кешеһен күргәнең бармы? Какуй депутат, бында республика, хатта, биргән субсидияны күберәк итеп ала алмай ултыра.

Һөйләшеү ошондайыраҡ тонда килеп сыҡты, ура ҡысҡырырлығы аҙ, шулай ҙа кировтар заман ауырлыҡтарына бирешмәҫ, йырып сыға алыр был һаҙлыҡты, тип ышанабыҙ, бәлки, бер аҙҙан дәүләт тә ныҡлы иғтибар бүлә башлар ауылға, һүҙҙә генә түгел, ә ысынбарлыҡта.

Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы


Әлфиә ИСМӘҒИЛОВА, Ермолаево ауылы:

- Сельчанам нелегко было всегда, но сейчас особенно. Кто сидит «наверху» наверное думает, что хлеб на деревьях растет.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы:

- Иң мөһиме, ящур алып барып еткермәһендәр һеҙҙең яҡҡа ла. Аллам һаҡлаһын. Әле теге яҡ райондарҙа халыҡ вись ҡото осоп тора. Киров хужалығында заманында, дан сағында, булғайным. Эштәре уңышлы ғына дауам итһен!
Читайте нас: