Все новости
Ауыл хужалығы
3 Ноября 2017, 14:10

КӨТӨҮЛЕКҺЕҘ ҠАЛМАЙЫҠ

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин йоҡлап ятһағыҙ, тиҙҙән көтөүлек ерҙәренән дә ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар, тип саң ҡаға.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин йоҡлап ятһағыҙ, тиҙҙән көтөүлек ерҙәренән дә ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар, тип саң ҡаға.

Көтөүлек ерҙәре кисә үк дөйөм ҡулланылыш ерҙәре булараҡ рәсмиләштерелеп ҡуйылырға тейеш булған икән.

- Силсәүит был ерҙәргә документ эшләп, үҙ балансына алһын, тип тәҡдим итмәксебеҙ. Аҙаҡ берәй шәхси эшҡыуар килеп, был ерҙәрҙе үҙенә алыуы бар, сөнки көтөүлек өсөн ерҙәр һаман да хужаһыҙ. Әйтә-әйтә торғас, халыҡ, ниһайәт, ҡуҙғалып, саҡ бесәнлектәрен рәсмиләштерә башланы. Киләсәктә көтөүлек ерҙәрһеҙ тороп ҡалырға теләмәһәләр, силсәүит башлыҡтары был эшкә бөгөндән үк тотонорға тейеш. Улар был эште ойоштороп, халыҡҡа хәлде аңлатып, халыҡ менән бергә атҡарып сығарырға тейеш буласаҡ.Әлеге көндә бер ауыл советының да көтөүлек ерҙәре теркәлмәгән. Ошо көндәрҙә ауыл советы хакимиәте башлыҡтарын йыйып алып был турала һөйләшмәксемен, - ти ул.
Читайте нас: