Все новости
Ауыл хужалығы
10 Ноября 2017, 17:23

ХЕҘМӘТ УҢЫШТАРЫ БАРЛАНДЫ

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнө билдәләнә. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин, райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов һәм беҙҙең түбәндәге бүләкләнеүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнө билдәләнә. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин, райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов һәм беҙҙең түбәндәге бүләкләнеүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнаша.

Иген культураларын етештереү буйынса быйыл Көйөргәҙе районы республикала 8 урынға сыҡты. Былтырғы уңыш 67 мең тонна тирәһе тәшкил итһә, быйылғы йылдың уңышы — 119 мең тоннанан артығыраҡ. «Минең эшләү дәүерендә бындай уңыш алыу тәүге тапҡыр», - ти Нәүғәт Хисмәтуллин.

Бөгөнгө байрам тантанаһында «Иң яҡшы предприятие» номинацияһында еңеп сыҡҡан Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Ғиләж улы ТУҠАЕВ бүләкләнде.

«Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» танылыу билдәһе Киров исемендәге хужалыҡтың 1-се һанлы бригадаһы тракторсыһы Рәмил Рәшит улы ҒИСМӘТУЛЛИНҒА тапшырылды. Ул мәктәпте тамамлағас та хужалыҡҡа эшкә килә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, эшен дауам итә. 14 йыл тирәһе Түлгәндә эшләгәндән һуң, 2001 йылда кире Яңы Морапталға ҡайтып, үҙенең КА-700-на ултыра. Бына шул көндән бирле ал-ял белмәй тир түгә ул. «Эшемде, коллективымды яратам. Һәр көн һайын ашҡынып барам эшемә. Хеҙмәтеңде яратып башҡарһаң, уның бер ауырлығы ла һиҙелмәй, тик яҡшы һөҙөмтәләре генә ҡыуандыра. Тормош иптәшем дә һәр яҡлап ярҙам итеп тора. Балалар үҫеп етте, хәҙер инде ейәндәр һөйөү бәхете кисерәбеҙ», - ти үҙенең яратҡан эше һәм ғаиләһе тураһында хеҙмәт алдынғыһы.

Киров исемендәге хужалыҡтың баш зоотехнигы Сабит Сәғит улы ХӘСӘНОВ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Яңы Морапталда йәшәүсе Сабит Сәғит улы: «Ауылда тыуып-үҫтем, ғүмер буйы ауылда йәшәнем һәм йәшәйәсәкмен. Тормошомдо ауылдан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Рәхәтләнеп күп итеп мал аҫырайбыҙ, йыл да 300-ләгән ҡаҙ алып үҫтерәбеҙ. Тырышһаң, ялҡауланмаһаң, ауылда ла бынамын тигән итеп йәшәргә була. Мәктәпте тамамлағас та, «Көйөргәҙе» совхозында эшләй башланым. Әрмелә хеҙмәт итеп, тыуған яғыма кире әйләнеп ҡайтып, 1994 йылға тиклем веттехник, аҙаҡ ветврач булып эшләнем. Бына 3 йыл инде баш зоотехник вазифаһын башҡарам. Эшемде шул тиклем яратам. Яратҡан һөнәрең, ғаиләң, балаларың булыуы үҙе бер ҙур бәхет бит ул», - ти.

Районыбыҙҙа бына шундай уңған, ауыл тормошона ғашиҡ булған кешеләр йәшәй, хеҙмәт итә. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Уларға һәм башҡа ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яулауын, имен-һау хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: