Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, әлеге көндә районда 116 912 тонна иген культуралары йыйып алынған. Уртаса уңыш гектарҙан 19,7 центнер тәшкил итә. 772 гектарҙа (84%) шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынды.
Бөгөнгө көнгә Киров исемендәге, «Искра», «А7-Агро БР», «Медведь», «Башҡорт лимузины» хужалыҡтарының барлығы 1700 гектар ерендә көнбағыш йыйып алынмаған, ә «Мәләүез» фәнни етештереү берекмәһенә 146 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алаһы бар. «Әҙ генә ямғырҙар тымып тороп, елләтеп ебәрһә, был уңыш та йыйып алыныр», - тигән өмөттә райондың ауыл хужалығы белгестәре.