Все новости
Ауыл хужалығы
28 Ноября 2017, 16:40

КУКУРУЗДЫ ТӨНДӘ УРҘЫЛАР

Көҙ айҙарының ямғырлы көндәре, ауыл хужалығы эшсәндәренә мәшәҡәттәр өҫтәне, үҫтерелгән көнбағыштың урып-йыйыуына үҙгәрештәр йәғни тотҡарлыҡ тыуҙырҙы, шул уҡ ваҡытта беҙҙә «Искра» хужалығында орлоҡҡа үҫтерелгән кукуруз культураһын да урыуҙы тотҡарланы.

Хужалыҡ етәкселеге, баш белгестәр, бүлек етәкселәре, механизаторҙарыбыҙ, урыу эштәрен, төнөн йәғни туңдырғас, эшләргә, тип кәңәш ҡороп, урыу эштәрен төнөн башҡара башланылар.

Хужалыҡтың Яҡшымбәт ауылында урынлашҡан ырҙынында эштәр тәүлек әйләнәһенә ойошторолдо (етәксеһе Юлай Йәүҙәт улы Аҙнабаев). Сөнки бында иген киптергес ҡоролмаһы урынлашҡан. Баҫыуҙан килтерелгән кукуруз, киптерелеп, һаҡлауға һалына, тәүлегенә 80 тонна ҡиммәтле продукция эшкәртте. Бында эшләгән ир-егеттәр үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарҙы. Мотористар Радик Сәйфетдинов, Инсаф Түләков, Илдар һәм Вәли Исхаҡовтар, Дикат Рахманғолов, Рөстәм Киекбаев, Илнур Аҡһаров, Рафиҡ Абдрахмановтар; үлсәп, иҫәп-хисап эштәрен алып барыусы гүзәл заттарыбыҙ Нәсимә Исхаҡова, Минзәлә Аҡһарова һәм дә Эльмира Саттаровалар үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡарҙы.

«Искра»лар быйылғы ураҡ эштәрен бына шулай итеп тамамлап, ослап ҡуйҙы.

Яҡшымбәт ауылы
Автор фотоһы

Читайте нас: