Все новости
Ауыл хужалығы
8 Декабря 2017, 16:54

БЕРЛӘШЕРГӘ КӘРӘК

Сираттағы түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Район хакимиәтенең 1-се урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин, фермер Юнир Иҙрисов килде һөйләшеүгә, ә саҡырғандарҙың башҡалары килеүҙән баш тартты. Һөйләшеү бөгөнгө көнүҙәк тема булған кооперацияға арналды.

Сираттағы түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Район хакимиәтенең 1-се урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин, фермер Юнир Иҙрисов килде һөйләшеүгә, ә саҡырғандарҙың башҡалары килеүҙән баш тартты. Һөйләшеү бөгөнгө көнүҙәк тема булған кооперацияға арналды.

Малик Ильясов: Йәшәп яттыҡ яттыҡ та ҡапыл кооперация эшләргә булдыҡ. Был тренд нимәнән ғибарәт һуң?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Ҡайҙан килеп сыҡты, тиһегеҙме? Хәтерегеҙҙә булһа, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында, ике меңенсе йылдар башында ауыл хужалығында хәлдәр күҙгә күренеп насарайҙы. Шул саҡта халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк булған да бит, тик беҙ һаңғырауға төштән һуң принцибы менән эшләп өйрәнгәнбеҙ. Ул саҡта хужалыҡтар үҙҙәрен-үҙҙәре ҡараһын, нисек тә йәшәрҙәр тигән закон булды. Ә һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы яйлап аяҡҡа баҫа. Ташландыҡ ерҙәр эшкәртелә башланы, эре холдингтар барлыҡҡа килде. Улар сәсеү, урып-йыйыу менән генә сикләнмәйҙәр, ә үҙ продукцияларын һатып алыусыға тиклем еткереүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Бына, миҫал өсөн, А7Агро хужалығы ҡара бойҙай үҫтерә лә Сорочинскиға алып бара, унда ярма эшләйҙәр, уларҙы тултырып, үҙҙәренең магазиндарында һаталар. Шулай уңайлы ла, отошло ла, сөнки бөгөн баҙарҙа ҡара бойҙай 7 һум 50 тин булһа, ә ярма итеп һатһаң, 2 тапҡырға күберәк сыға. Бар аҡсаһы ла үҙҙәрендә ҡала.

Холдингтар бойҙайҙы ла шулай үҙҙәрендә эшкәртеп, үҙҙәре һата. Әйтәйек, фермер 50 гектар майҙанда бойҙай сәскән икән, ти. Йыйып алған уңышының яртыһын яҙғылыҡҡа орлоҡҡа ҡалдыра, ҡалған 35-40 тоннаһын һатырға сығарһа ла, яҡшы хаҡҡа тәҡдим итә алмаясаҡ ул, сөнки уны эре холдингтар ҡыҫасаҡ.

Күп фермерҙар, беҙ колхоздарҙы кире тергеҙәбеҙ, тип уйлай, әммә был улай түгел. Сит илдә кооперативтар күптән үк үҫеш алған, һәм улар уңышлы эшләй. Республикала ла ошо юҫыҡта эш башланды. Ҡайһы бер райондарҙа тәүге кооперативтар барлыҡҡа килде. Хәйер, берләштереү мәжбүри түгел. Ойошҡан рәүештә эшләү теләге һәр хужалыҡтың үҙенән башланырға тейеш. Кире осраҡта, кооператив берегеп китә алмаясаҡ.

Малик Ильясов: Тарихтан белеүебеҙсә, 20-се быуаттың 20-30-сы йылдарында коллективлаштырыу башланған, был яңылыҡҡа крәҫтиәндәр ҡырҡа ҡаршы торған. Улар дөрөҫ тә уйлаған, сөнки нисек инде үҙеңдең атыңды кемдеңдер малына ҡушаһың? Элек-электән һаҡланып килгән менталитет буйынса, шунда үҙеңдең ереңдә йөрөһәң булды, тип уйлағандар.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Ул саҡта кооперацияны көс ҡулланыу юлы менән башҡарғандар, заманы шулай булған. Революциянан, граждандар һуғышынан һуң илде аслыҡтан, яланғаслыҡтан йолоп алыу бурысы торған. Бөгөн ундай ысул бармай. Бөгөн фермерҙар берләшкәндә генә тулы ҡеүәттә эшләп буласағын аңларға тейеш. Мәҫәлән, 15 фермер хужалығы ҡушылһа, 40 тоннанан да 600 тонна бойҙайҙары була. Шуны бергә һатыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Хәҙер сайтҡа, бойҙай бар, тип яҙһаң, ҡыҙыҡһынған предприятиелар үҙҙәре килеп аласаҡтар. Ауылдар буйлап күнәкләп бойҙай йыйып йөрөгәнгә ҡарағанда бер урындан 600 тоннаны алып китеү уңайлы ла, ҡиммәтерәк тә була бит.

Малик Ильясов: Аңлашылды. Юнир ағай, бына һеҙ ерҙә эшләгән кеше булараҡ, был трендты нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ?

Юнир Иҙрисов: Бөгөнгө көндөң талабы шулай. Берләшергә тейешбеҙ. Элегерәк, үҙебеҙҙе генә ашатһаҡ булды тип йәшәй инек, хәҙер масштаб ҙурая. Миңә тәҡдим итһәләр, ҡаршы булмаҫмын, моғайын. Әһә, бына был егет яҡшы ғына эшләй, ҡушылһам, яңылышмам, тип уйлаясаҡмын. Сөнки, миҫал өсөн, мин бер үҙем мал һарайы төҙөй алмаясаҡмын бит. Ә бергәләшеп тотонғанда, заманса фермалар ҙа төҙөп ултыртырға мөмкин. Мин Яманһары ауылын берҙәм көс менән аяҡҡа баҫтырырға уйлайым. Күрше тирә-яҡта берләшерҙәй егеттәр бар.

Малик Ильясов: Һеҙҙең теләк барҙыр ҙа ул, ә башҡалар ризалашырмы икән берләшергә?

Юнир Иҙрисов: Шуға һөйләшеүҙәр, аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.

Малик Ильясов: Хәҙер бит һәр кемдең бармағы үҙенә табан кәкере. Аҡса эше хатта туғандарҙы ла талаштыра. Ойошторолған кооперативҡа кем хужа була, кем уның менән идара итәсәк?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Кооператив рәйесе итеп берәй ышаныслы кешене ялларға мөмкин, йәки үҙҙәренең араһынан берәйһен һайлап ҡуялар. Иҫәп-хисапты алып барыу, отчет биреүҙе үҙҙәре һөйләшәләр инде. Принцип шундай, бында тулы демократия булырға тейеш. Беҙ элекке кеүек көсләп ҡуша алмайбыҙ. Ә фермерҙар араһында шулай эшләү күпкә яҡшыраҡ, тип аңлатыу эштәре генә алып барабыҙ. Бер төрлө фекерләгән, бер-береһенә ышанған кешеләрҙән торорға тейеш кооперативтарҙың умыртҡа һөйәге.

Юнир Иҙрисов: Шулай эшләү еңел буласаҡ, беҙ бер-беребеҙҙе аңлаясаҡбыҙ. Кире осраҡта талаш-тартышҡа барып етәсәк, ә ул бер кемгә лә файҙа килтермәйәсәк.

Малик Ильясов: Һинең арышың, һолоң, бойҙайың бар, икенсе кешенең дә шулай булырға тейешме?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Улай уҡ түгел, әлбиттә. Миҫал өсөн һуңғы ете-һигеҙ йыл ауыл хужалығы ерҙәрен биҙәп ултырған көнбағышты алайыҡ. Кемдер шул культураны сәскән икән, ти. Ә икенсе берәүҙең бәләкәй генә май сығарыу ҡоролмаһы бар, ти. Ошондай фермерҙар бергә ҡушылып, ошо май сығарғысты бөгөнгө талаптарға ярашлы итеп эшләп ҡуйып, шунда продукция етештереп, әҙер тауарҙы һатһалар, ҡайһылай шәп буласаҡ. Элеваторға алып барһаң, күпме аҡсаң юғала.

Малик Ильясов: Бөгөн тота һалып кооперацияны башлап ебәреүгә аҡса кем бирәсәк?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Кооперацияны башлау өсөн хөкүмәт тарафынан бүленгән грандтар бар. Уның суммаһы йыл да үҙгәрә бара. Быйыл республика Рәсәйҙән тыш өҫтәмә 300 млн һум бирә. Был - кире ҡайтарылып бирмәй торған аҡса. Бының өсөн тәүҙә эш башларға, аҙаҡ бизнес-план төҙөргә кәрәк. Кәмендә бер йыл эшләп эш күрһәткәс, ышаныслы икәнеңде аҡлаһаң, аҡса биреләсәк. Аҡсаны алып икенсе нимәгә тотонғандар ҙа булды. Шуға хөкүмәт ошондай ысул тәҡдим итә лә инде.

Малик Ильясов: Күптән түгел Рәсәйҙә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең 5-се съезы үтте. Ауыл хужалығына былтыр 280 млрд һум аҡса бүленһә, быйыл 800 млрд һум бүленгән. Был бит күп аҡса, ҙур ярҙам. Ә кредит алыуҙа ни бары 2,5 процент фермер ғына ҡатнашҡан. Бәлки, эре холдингтар аҡсаны күпләп алалыр ҙа, Юнир ағай кеүек эшләп йөрөгәндәргә бөтөнләй эләкмәйҙер?

Юнир Иҙрисов: Эйе, килеп етмәй. Был йәһәттән хөкүмәткә ышаныс кәмей, ошо етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Илебеҙҙә был ысул яңы морон ғына төртә бит, ә һәр нәмәне башлағанда етешһеҙлектәр булыуы тәбиғи. Әлбиттә, беҙгә сит илдәр менән ярышырға иртәрәк. Германияла, мәҫәлән, бер фермер 5-6 кооперативта тора. Уның яғыулыҡ-майлау материалдары кооперативында тороуы ихтимал. Бер үк ваҡытта ул техниканы хеҙмәтләндереү, һөт, ит, бойҙай етештереү кооперативында ла тора ала. Бында сикләү тигән нәмә юҡ. Был бит бер көнлөк эш түгел, үҙең әйттең, 2,5 процент ҡына кредит алғандар, тип. Тимәк, фермерҙарҙың үҙҙәренә лә ныҡышмалыраҡ булыр кәрәк.

Бер йыл эшләгәндән һуң кешенең эше күренә, ул конкурста ҡатнаша, үҙенең булдыҡлылығын иҫбатлай, шундайҙарға хөкүмәт гранд бирә. Мәҫәлән, уға ҙур келәт төҙөр кәрәк, ти. Проект йүнләй, смета буйынса элек сығымдарҙың 40 проценты үҙенеке булһа, 60 процентын хөкүмәт бирә ине. Беҙҙә һеҙ белгән Айҙар Әкбәров шулай алды. Хәҙер тағы ла отошлораҡ грандтар тәҡдим итәләр - 20 проценты үҙҙәренеке, ә 80 процентын дәүләт ҡаплай. Шул алған аҡсаға бөтә уңайлыҡтар менән келәт төҙөй ҙә, йыйылған уңыш шунда һалынһын өсөн, киптергес тә ҡуйып ебәрә. Шулай башлана инде буласаҡ уңыштың башы. Кооперация шундай юл менән төҙөлә, производстволарҙы ябай ғына ҡушыу түгел. Һәр кешенең үҙ производствоһы була, ер уныҡы, техника уныҡы. Ҡурҡырға, шөбһәләнергә урын юҡ.

Малик Ильясов: Хәҙер һәр районда күмәртәләп һатыу үҙәге төҙөргә, тиҙәр. Был үҙен аҡларҙай башланғысмы?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Ундай үҙәк төҙөр өсөн бизнесмен, коммерсант булған кеше кәрәк. Уны башлыса ҙур ҡалаларға яҡын-тирәлә төҙөйҙәр. Өфөлә бар ундай үҙәк, баш ҡалалағы яҡын-тирәләге райондар үҙҙәре етештергән продукцияны алып бара унда. Килешеү төҙөйҙәр ҙә, һаталар.

Малик Ильясов: Үҙеңдең продукцияңды ҡайҙалыр алып барғансы, үҙеңдең магазиныңды булдырыу отошло түгелме ни?

Юнир Иҙрисов: Отошло була. Бына мин, мәҫәлән, Киров исемендәге хужалыҡҡа барам. Хужаға, абзый, әйҙә, һинең менән мин эшләйем, килешеү төҙөйөк. Һинең һаҡлау келәтең бар, яғыулыҡ-майлау материалдарын күберәк ал да, мин һинән алам, тип әйтәм. Үҙемдең продукцияны һиңә бирәм, тим. Тимәк, беҙҙә кооперация бар, бары тик уны артабан үҫтерер кәрәк, һөйләшер кәрәк. Минең яңғыҙымдан ғына бер нимә лә килеп сыҡмай. Мәҫәлән “Ватан” хужалығы етәксеһе менән дә осрашып, мин һеҙгә йыл һайын 20-ләп баш мал бирәм тип һөйләшәсәкмен, ул килешелгән хаҡ менән йыл да алһа, миңә лә, уға ла яҡшы. Был да кооперация.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Юнир дөрөҫ әйтә. Был кооперацияны барыһына ла аңлатыу ҡыйын. Бер аңлатырбыҙ, ике, кәрәк булһа, тағы ла ун тапҡыр ҙа һөйләшербеҙ, бының ҡурҡынысы юҡ. Районда РАЙПО бар. Уның колбаса цехы эшләй. Унда ла кооператив төҙөп була. Һыйыр малы аҫраған 5-6 фермер итен ошо колбаса цехына бирһә, бына кооперация. Ошонда уҡ мал һуйыу цехын да ҡушһаҡ була, сөнки хәҙерге талаптарға ярашлы, бындай цех мотлаҡ булырға тейеш.

Малик Ильясов: Дөрөҫ күҙаллайһығыҙ, база әҙер бит.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Эйе, әлегә әҙер базаларҙан башлап ебәрһәк, аҙаҡ яңыларҙы төҙөргә була.

Малик Ильясов: Ә, Юнир ағай, һинең һыйыр малың юҡ, ер эшкәртеү, игенселек кенә. Бәлки, һиңә икенсе юлды ла эҙләргәлер.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Беҙ бит миҫалға көнбағышты ғына килтерҙек. Ә ниңә тағы 5-6 фермер бергә йыйылып, үҙҙәренә он тарттырыу комплексы төҙөмәҫкә? Бына Яҡшымбәттә Илшат Исламғолов үҙе генә шөғөлләнә. Эше яҡшы бара. Бәләкәй генә портотивный он тарттырыу ҡоролмаһы ҡуйҙы ла, үҙенең бойҙайын онға үҙе әйләндерә. Бер ергә лә йөрөмәй, килтерә лә РАЙПОға тапшыра. РАЙПОға ла яҡшы, ниңә Ырымбурҙан он ташыһын, бында бит үҙҙәре әҙерҙе килтереп бирәләр.

Малик Ильясов: Онотолоп ҡалған тармаҡ - йәшелсәселек. Шуны үҫтереп ебәрһәк булмаймы? Беҙҙә йәшелсә һаҡлау келәттәре юҡ. Күмертауға Ырымбурҙан килтерәләр, ә беҙҙекенә урын юҡ.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Дөрөҫ әйтәһең, ул яҡты ла уйлап була. Беҙҙең районда бының өсөн бер база ла юҡ, бында эш башланмаған, тимәк, эште баштан башларға кәрәк. Бер нисә фермер үҫтереп, бергә ҡушып, һәр береһе үҙе үҫтергән уңышты Өфөгә алып бармай, ә бергә генә тапшырһалар, шәп бит.

Малик Ильясов: Районда төрлө йүнәлештәге 5-6 йә унан да күберәк кооперативтар ойошторолдо, ти. Бынан халыҡҡа эш урындары артасаҡмы?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Эш урындары күп артасаҡ, тип әйтеп булмай. Ләкин мәшғүллек баҙарында көсөргәнешлекте кәметергә була. Бына бөгөнгө көндән халыҡтан һөт йыйыуҙы ойошторорға мөмкин. Кооперация төҙөлһә, кешенең һөт тапшырырға мөмкинлеге була. Һәр кеше бит 20 литр һөттө заводҡа алып бара алмай. Кооператив булһа, һөт йыйыусы йыя ла, һыуытҡысҡа һаҡларға ҡуйһа, һөт заводынан килеп, үҙҙәре алып китәсәктәр.

Малик Ильясов: Ә бының өсөн мотлаҡ кооператив төҙөргәме ни?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Айырым кешеләрҙән килеп алып йөрөмәйәсәктәр бит, ә, әйтәйек, кемдер 3 тонна йыйҙы, ти. Ул заводҡа үҙенең хаҡы менән тәҡдим итәсәк, үҙҙәре килеп тә аласаҡтар. Отошло аҙым.

Малик Ильясов: Әле ауылдарҙа кем нисек йәшәй, ауырлыҡ менән йәшәүселәр ҙә бихисап. Ошо кооперативтар эшләп китһә, ауылға берәй файҙаһы тейәсәкме?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Әлбиттә, ошо уҡ һөттө генә алайыҡ. Саҡмағош районы Аблай ауылында бер һөт йыйыусы кооператив төҙөгән һәм ошо йүнәлештә эшләй. Хәҙер һуңғы 3 йыл эсендә ул ауылда һауын һыйырҙарының һаны ике тапҡырға артҡан. Ошо минең хаҡлыҡты дәлилләүсе миҫал түгелме ни?

Малик Ильясов: Ә кооперативтарға алыпһатарҙар аяҡ салмаҫмы икән?

Юнир Иҙрисов: Шулай булыуы ла бар. Ундай йылғырбайҙар һәр ваҡыт үҙ файҙаһын ғына ҡарап йөрөй. Шулай ҙа, берҙәм булһаҡ, алыпһатарҙар икенсе яҡҡа боролоп китерҙәр, тип уйлайым. Берҙәм көскә ҡаршы барырға йөрьәт итмәҫтәр.

Малик Ильясов: Бер кеше Свободала 400 баш мал була торғайны, ти, 90-сы йылдарҙы әйтәлер, моғайын. Әле 40 баш, ти, һеҙ әйтмешләй, әгәр кооперация булһа, бәлки, 100 башҡа тиклем менер.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Барыһы ла дөрөҫ, ләкин этәргес кәрәк. Әлегә эште һөт буйынса башлар кәрәк. Башҡа райондар ҙа эште һөттән башланы.

Был кооперацияла кеше бит үҙенә үҙе эшләй. Уларҙың ерҙәрен ҡушмайбыҙ, малын алып китмәйҙәр. Бөгөн һөйләгән кооперативтан кеше теләгән ваҡытта сығып китә ала, икенсе кеше килеп инеүе лә ихтимал, көсләү юҡ бында. Районыбыҙға республиканан былтырғы эш һөҙөмтәләре өсөн 5 миллион ярым аҡса бирҙеләр, шуның бер 500 меңен район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов менән районыбыҙҙа төҙөләсәк кооперативҡа бирергә һөйләштек. Берәй ярҙам булыр, тип уйланыҡ. Был аҡсаны беҙ ауыл советына күсерәбеҙ ҙә, улар, мәҫәлән, һыуытҡыс танкир алып ултырта. Бина ла, мөлкәт тә силсәүиттеке була. Әгәр был предприятие тарҡалһа, бөтә мөлкәттәре силсәүиттә ҡала. Был базала икенсе кеше үҙенең кооперативын асып ебәрә ала. Элек бит тарҡалһа, бар әйберҙе киҫәкләп ташып бөттөләр.

Малик Ильясов: Дамир Хәйбуллин һарыҡ үҫтерә, йөнөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай. Һеҙ Ейәнсура менән һөйләшәбеҙ тигәйнегеҙ, был да үҙенә күрә бер кооперация килеп сыға бит. Ғөмүмән, һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса ла эштәр алға китһә, насар булмаҫ ине.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Беҙ Ейәнсураға барып ҡайттыҡ. Республикала йөн эшкәртеү бер ҡайҙа ла юҡ. Күршеләр менән эшләр өсөн беҙ уларҙың һарыҡ тоҡомон алып аҫырарға тейешбеҙ. Һарыҡтарҙы һатып йә арендаға алырға була, варианттары күп. Аҙаҡ йөндәрен киҫеп уларға алып барып тапшырабыҙ. Ейәнсуралар ҙа, беҙ үҙебеҙҙең генә йөндө алып барып тапшырғансы күп итеп йыйып алып барһаң, күпкә отошло, ти. Ҡаҙҙар менән дә шөғөлләнергә була. Федоровка районында кооператив ойошторҙолар. Был кооперативҡа агробазис, Серафимовская пушинка тағы бер нисә фермер хужалығы, ҡош-ҡорт буйынса мал һуйыу цехы ла ошонда керә. Улар кооператив ойоштороп, грандта ҡатнашып аҡса алды. Хәҙер итальяндар менән дә ҡушылдылар, халыҡ-ара кооперация булды. Бөтә мамыҡ шунда китә, ҡаҙ иттәре лә китә, тиҙәр.

Малик Ильясов: Беҙ йәшелсә, һарыҡ, һөт, ҡаҙ тураһында һөйләшәбеҙ, ә икмәк, ҡамыр аштары буйынса ла кооператив ойоштороп булмаймы ни? Таймаҫтағы икмәкханаға бизнес план төҙөп, аҡса алып эш асып ебәргәндә нисек була?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Бөтә нәмәне лә эшләп була. Бының өсөн теләге булған кешеләр кәрәк. Бәләкәй масштаб формаһында төрлө производствоны ойоштороп була, әммә бөгөнгө төп һорау ул продукцияны урынлаштырыу, һатыу. Мин үҙебеҙҙең егеттәргә, нишләп күрше райондарҙа һарыҡ, ҡаҙ үрсетеү отошло, ә беҙҙә юҡ, ниңә һеҙ шөғөлләнмәйһегеҙ, тип һорау бирәм. Яуап юҡ. Беҙҙә берәй эшкә тотонор алдынан шунда уҡ проблемаларҙы хәл итә башлайбыҙ. Шулай булһа, былай булһа, тип аҙағында йомғаҡ яһап, юҡ булмай тип ҡуялар. Хакимиәттең бурысы ул кооперация отошло икәнде аңлатыу ғына, ә халыҡтың баштарына был барып етмәй икән - файҙаһыҙ.

Малик Ильясов: Халыҡ барыбер ныҡ ҡаршы буласаҡ, тип уйлайым. Сөнки ауыҙ бешеп өйрәнгән бит.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Тағы ла ҡабатлайым, кооперативҡа шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, эшҡыуарҙар ирекле инә, уның нигеҙендә хеҙмәттәшлек ята, берәүҙе лә көсләп индермәйҙәр. Әлбиттә, кооперативҡа берләшеүгә фермерҙар ауырлыҡ менән килер. Улар айырым эшләргә, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә күнеккән. Ауыл кешеһе өсөн был үтә лә килемле, тип әйтеп була. Етештереүсе ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялай, ә тауары баҙарға сыға тора. Әммә бәләкәй хужалыҡтар сығарған тауар баҙарҙа танылыу яулай алмай. Берләшеү аграр тармаҡты үҫтереү, етештереүсе, эшкәртеүсе, сауҙа ойошмаһы араһында бәйләнеш булдырыу йәһәтенән әһәмиәтле. Эште башлар кәрәк, беҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ. Бына Түбәнге Бабаларҙан Әхәт ағай һөт йыйыу буйынса эште башлай икән, беҙ уға бина ҡараясаҡбыҙ, ул - теләк белдергән беренсе кеше. Ауылда һыйыр тотоп йәшәүҙе арттырырға кәрәк. Һөттәрен ваҡытында машина килеп ала. Быға тиклем һөттөң литрын мәҫәлән 14 һум менән алыпһатарҙарға тапшырырға тура килһә, кооператив литрын күберәк сумма менән ҡабул итәсәк. Ауылда йәшәүсенең ҡулына ай һайын яҡшы ғына аҡса инһә, был насармы ни?

Юнир Иҙрисов: Хәҙер бит ерҙәребеҙҙе лә алып бөтөп баралар. Ҙур агролар ала, ә халыҡ уларға кәрәкмәй, еребеҙ генә кәрәк. Шуға беҙгә берләшеп үҙебеҙҙең еребеҙгә үҙебеҙ хужа булыр кәрәк.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Мироторгты ишеткәнегеҙ бармы? Ул эре мал буйынса Рәсәйҙәге иң эре холдинг. Республиканан улар ике йөҙ мең гектар ер һорай. Һеҙҙә фермалар эшләйәсәк, мал үрсейәсәк, аҙыҡ-түлек тә мул буласаҡ, тиҙәр. Бөгөн хөкүмәт быға ҡаршы. Мироторг килһә, беҙ уға кәрәкмәйбеҙ, уға еребеҙ генә кәрәк. Хатта гранд та кәрәкмәй, үҙҙәренең көслө техникалары менән киләләр.

Малик Ильясов: Кемдәр эшләйәсәк һуң унда?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Уларҙың бар нимәһе лә электронлы. Ике кеше кабинетта ғына ултырып яланда йөрөгән бар техниканы күҙәтәсәк һәм көйләйәсәк. Уларға механизаторҙар түгел, ә юғары белемле программистар кәрәгәсәк. Ауылдарыбыҙ бөтәсәк.

Юнир Иҙрисов: Был кооперация ла шуға ҡайтып ҡала, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Халыҡҡа эш бирмәһәң, ауылды һаҡлап ҡалып булмай. Эш булырға тейеш. Халыҡтың төрлөһө бар, кемдер ниңә мин кооперативҡа кереп һөтөмдө, мәҫәлән, 18 һумға тапшырайым, мин Күмертауға алып барып ҡиммәтерәккә һатасаҡмын, тигәндәр ҙә осрар. Тик килә бара был да бөтәсәк, минеңсә. Сөнки бар нәмәгә лә электрон документтар буласаҡ.

Юнир Иҙрисов: Заман беҙҙе барыбер шуға алып барасаҡ.

Нәүғәт Хисмәтуллин: Үҙең әйтмешләй, йәшелсә үҫтерһәң, иң килемле эш, әммә ул күп хеҙмәт талап иткән эш. Федоровка районында бер ир 10 гектар ер алған да ғаиләһе менән бергә эшләй. Бер нисә төр картуф та, кәбеҫтә лә, һуған да, кишер ҙә, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Йыл һайын 2 млн һумдан ҡалмайбыҙ, ти. Продукцияны һатыу менән шәхси үҙе шөғөлләнә.

Малик Ильясов: Ғөмүмән, был тренд килеп сығырҙай эшме?

Нәүғәт Хисмәтуллин: Бөгөн булмаһа, иртәгә килеп сығыр. Әгәр беҙ был эште атҡарып сыҡмаһаҡ, киләсәктә эшләп йөрөгән егеттәребеҙ юғаласаҡ, уларға эре холдингтар эшләргә бирмәйәсәк. Үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ошолай кооперативтар төҙөр кәрәк, берләшеү мөһим. Кәрәк булһа, һәр кем менән шәхси аңлатыу эштәре лә алып барасаҡбыҙ.

Малик Ильясов: Бөгөнгө һөйләшеү өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, уйлаған уйҙарығыҙ, планлаштырған эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын.


Автор фотолары


Был тема буйынса фекерҙәрегеҙҙе көтәбеҙ.
Читайте нас: