Яңыраҡ район Хакимиәте бинаһында Ѳфѳнән килгән белгестәр ҡатнашлығында уҙғарылған кәңәшмә-семинарҙа ла ошо хаҡта һүҙ алып барылғайны. Тѳрлѳ йүнәлештә эшләргә тейешле кооперативтар ойоштороу мәсьәләләре уҙған быуаттың аҙағында ла, яңы быуаттың башында ла күтәрелде. Ләкин ни ѳсѳндѳр ошо юҫыҡта конкрет аҙымдар яһалманы. Ә аграр тармаҡтағы хәл, ауылдарҙағы эшһеҙлек, уларҙың яйлап бѳтѳрѳлѳүгә дусар булыуы, миграцияның кѳсәйеүе ерҙә, фермала эшләүселәрҙе берләшеүҙе талап итә. Минеңсә, «Берҙәмлектә - кѳс» принцибына таянып ҡына фекерҙәрҙе берләштереп, килешеп эшләү менән ауыл хужалығында булған ерҙе рациональ файҙаланырға, етештереү күләмен арттырырға, тимәк, халыҡты эш менән тәьмин итеү проблемаһын ниндәйҙер кимәлдә хәл итергә мѳмкин буласаҡ. Әңгәмә материалынан күренеүенсә, «Мироторг» холдингы етештереүҙе арттырыу ѳсѳн республиканан 200 мең гектар ер һорай икән. Башҡортостан етәкселеге был үтенесте кире ҡағып дѳрѳҫ эшләй. Сѳнки ул майҙанда үҙебеҙҙә ойошторолған аграр предприятиелар эшләргә тейеш. Ләкин, икенсе яҡтан, ил хѳкүмәте киләсәктә барыбер буш ятҡан ерҙә эшләүселәрҙең булыуын талап итәсәк. Шуның ѳсѳн дә, ерҙе ситтәргә бирмәй, республика үҙе файҙаланһа, дѳрѳҫ буласаҡ. Сѳнки бер үк тырмаға ике тапҡыр баҫыу кәрәкмәй. Бына ошондай хәл дә ауыл хужалығында әле булған бәләкәй предприятие, ойошмаларҙың тѳрлѳ йүнәлештә эшләйәсәк кооперативтарға берләшеүен талап итә. Ә бит аграр тармаҡта даими яҡшы күрһәткестәре менән билдәле Кѳнбайыш Европа дәүләттәре тап ошо юл менән бара. Хәтеремдә, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдән, республиканан, райондан фермерҙар сит илдәргә барып уларҙағы тәжрибә менән танышҡайны. Ваҡыт үтеү менән һәр ерҙә лә үҙгәрештәр булыуын күҙ уңында тотоп, ошо яҡшы сараны ҡабатлау ҙа урынлы булыр ине. Яңғыҙ фермерға продукция етештереү, уны эшкәртеү, һатыу менән шѳғѳлләнеү ҡыйын икәне билдәле. Ошо эш менән махсуслашҡан кооперативтар шѳғѳлләнеүе, минеңсә, отошло. Тик бында ғәҙеллек булырға тейеш. Әлеге ысынбарлыҡ күрһәтеүенсә, әҙер аҙыҡ-түлектең һуңғы хаҡында етештереүсенең хеҙмәт ѳлѳшѳ 30 процент тирәһе генә тәшкил итә. Килемдең ҙур ѳлѳшѳ эшкәртеүсегә, һатыусыға тура килә. Шуның ѳсѳн дә кооперативтарҙың уставында ошо мәсьәләләр тѳплѳ уйланып, ғәҙел хәл ителергә тейеш. Әңгәмәнән билдәле булыуынса, районда кооперативтар тѳҙѳү ѳсѳн уңайлыҡтар бар. Мин дә тәҡдимемде еткерәм. 1997 йылда элекке Ермолаево элеваторы базаһында тирмән комплексы сафҡа ингәйне. Ләкин ниндәйҙер сәбәптәндер, ул бер аҙ ваҡыт эшләне лә туҡтаны. Ә районға ондо күрше Ырымбур ѳлкәһенән килтерәләр. Ошо тирмән менән район фермерҙары, башҡа хужалыҡтар берләшеп үҙ-ара файҙалы эште ойошторорға булалыр. Һѳҙѳмтәлә яңы хеҙмәт урындары барлыҡҡа килер, хужалыҡтарҙың игенен ҡабул итеү мәсьәләһе ѳлѳшләтә булһа ла хәл ителер, район ҡаҙнаһына аҡса ла инер ине.
Белеүемсә, элекке йылдарҙа ауылдарҙа шәхси ихаталарҙан һѳт йыйыу тейешле кимәлдә ойошторолманы, һѳткә лә хаҡ түбән булды. Әгәр ҙә ошо бик мѳһим эш тейешле кимәлдә булһа, ауылдарҙа күптәр һѳт һатып аҡсалы, шѳғѳллѳ булыр ине. Халыҡтан продукцияны һатып алыуҙы ойоштороу сараһына ил хѳкүмәте тѳрлѳ программалар нигеҙендә финанс ярҙам да күрһәтә.
Күренеүенсә, район етәкселеге ярҙамы менән ауыл ерендә тѳрлѳ кооперативтар булдырыу мѳмкинлеге бар. Уны, ваҡытты һуҙмай, ентекле уйлап, бойомға ашырыу – заман талабы, эшһеҙлек мәсьәләһен, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға сара тип ҡабул итергә кәрәктер.