Все новости
Ауыл хужалығы
16 Января 2018, 14:09

КООПЕРАЦИЯ — БӨГӨНГӨ КӨН ТАЛАБЫ

«Юшатыр» гәзитенең былтырғы 8 декабрь һанындағы «Берләшергә кәрәк» тигән түңәрәк өҫтәл материалын уҡығас, мин дә үҙемдең уй-фекерҙәремде яҙып ебәрергә булдым. Алдан уҡ әйтәм: мин фермер түгел һәм бөгөнгө фермерлыҡ эшенең бөтә ауырлыҡтарын, нескәлектәрен төшөнөп тә бөтмәйемдер, әммә ләкин ауыл хужалығы институтын тамамлап, 12 йыл «Дружба» колхозында эшләгәс, ауыл хужалығы производствоһын яҡшы беләм.

«Юшатыр» гәзитенең былтырғы 8 декабрь һанындағы «Берләшергә кәрәк» тигән түңәрәк өҫтәл материалын уҡығас, мин дә үҙемдең уй-фекерҙәремде яҙып ебәрергә булдым. Алдан уҡ әйтәм: мин фермер түгел һәм бөгөнгө фермерлыҡ эшенең бөтә ауырлыҡтарын, нескәлектәрен төшөнөп тә бөтмәйемдер, әммә ләкин ауыл хужалығы институтын тамамлап, 12 йыл «Дружба» колхозында эшләгәс, ауыл хужалығы производствоһын яҡшы беләм.

Борис Ельциндың, фермерҙар илде туйҙырыр, тигәне әлегә үҙен аҡламаны булһа кәрәк: инде күпме йылдар үтте, илебеҙ һаман да йөҙәр меңләп тонна ит, һөт һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙарын сит илдәрҙән һатып алырға мәжбүр. Ә бит үҙебеҙҙең мөмкинлектәребеҙ икһеҙ-сикһеҙ, тик ойошторорға, эшләргә генә кәрәк. Импортты алмаштырыу ҙа тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмай, быныһын үҙебеҙҙең кеҫәләрҙә тоябыҙ.

АҠШ-тың ҡушыуы, Ельциндың әмере буйынса йәһәт кенә колхоз-совхоздарыбыҙҙы таратып-туҙҙырып ташланыҡ. Барҙы туҙҙырыуы оҙаҡ түгел шул.

Кооперацияға берләшеү — бөгөнгө көн талабы, әгәр киләсәктә үҙебеҙҙең ризыҡтар менән мул тормошта йәшәргә теләһәк. Үҙебеҙҙе үҙ еребеҙҙә етештерелгән таҙа, зыянһыҙ ризыҡтар, тауарҙар менән тәьмин итеү насармы ни? Ваҡ фермерҙар ҙа йәшәргә хоҡуҡлы. Абдул ауылы фермеры Радик Кәримов, күрәһең, фермер ауылдаштары менән уртаҡ тел таба алмағандыр, бындай эштә берҙәмһеҙ булмай шул. Ярай, йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәр бит. Уларға уңыштар теләйек. Ваҡ фермерҙар үҙҙәрен һәм яҡындарын туйҙырасаҡ, әммә республика, ил кимәленә сығыуҙары шикле.

ВТО талаптарына ярашлы хәҙер беҙҙә лә стандарт-талаптар ҡәтғиләшә. Элекке кеүек, үҙ итем менән һөтөмдө Күмертауға алып барам да ҡасан, ҡайҙа теләйем, шунда һатам, тип уйларға тура килмәҫ.

Киләсәктә электрон документтар индерергә вәғәләйҙәр. Элеккесә эшләү бер нисек тә мөмкин булмаясаҡ. Күпселек уңышлы эшләгән фермерҙар ер-майҙандарын киңәйтеү, малдар һанын арттырыу, матди базаларын нығытып, яңы технологияларҙы үҙләштереү менән янып йәшәй. Әлбиттә, былар ҙур сығымдар талап итә — ваҡ фермерҙар өсөн бик тә ауыр мәсьәлә. Һис шикһеҙ, хөкүмәтебеҙ, район етәкселеге ауыл хужалығын күтәреү өсөн бик ҙур эштәр башҡара, тик етерлекме икән был саралар? Фермерҙарҙың бөгөнгө хәлен күреп, эйе, тип әйтеүе ҡыйын. Илебеҙ етәкселегенең ҡарашын аңлауы ла ситен. Парадокс, быйыл игендәр уңды — ҡуйыр урын юҡ, хаҡтары — әҙәм көлкөһө, сығымдарын да ҡаплай алмай. Аралашсы-һатыпаларҙар законы хөкөм һөрә. Хөкүмәтебеҙ нимә ҡарай? Шул уҡ ваҡытта күп нәмәләргә хаҡтар арта, яғыулыҡ-майлау материалдарын әйтәһе лә түгел. Был мәсьәләне район һәм республика ғына хәл итә алмай. Һорауҙар күп, ләкин шуны ла онотмайыҡ, күп нәмә үҙебеҙҙән дә тора. Урыҫ әйтә, помогать хорошо тому, кто сам тянет. Был турала әңгәмәлә Нәүғәт Хисмәтуллин туған бик тә дөрөҫ әйтә. Үҙебеҙгә лә йоҡлап ятмаҫҡа, йышыраҡ фиҙаҡәрлек, ныҡ тырышлыҡ күрһәтергә, төплө бизнес-пландар тәҡдим итергә кәрәк.

Илебеҙҙә иҡтисади үҫеш министрлығы, иҡтисади блок тигәндәре бар. Төрлө өлкәләрҙә 2020, хатта 2030 йылдарға тиклем перспектив пландар тураһында яҙалар, ә бына ауыл хужалығын нисек үҫтерергә, үҙгәртергә пландары, дөрөҫөн генә әйткәндә, ниәттәре бармы икән? Районыбыҙҙың иҡтисад бүлеге кооперация буйынса фермерҙарыбыҙға беҙҙең районға яраҡлашҡан, мөмкинлектәрен иҫәпкә алған бер йәки бер нисә йүнәлештә пландар тәҡдим иттеме? Бының өсөн, әлбиттә, фермерҙар менән осрашып, уларҙың уй-пландарын белеп, дәртләндереп, кәрәкле юридик, мөмкин тиклем финанс ярҙам күрһәтеп эшләргә кәрәктер. Бәлки, эшләйҙәрҙер ҙә?

Хәлисә Ғәлләмова фекеренсә, бөгөнгө кооператив — элекке колхоз инде. Килешәм, тик өлөшләтә һәм бына ни өсөн. Оҡшашлыҡ бар — ул берләшеү. Ә бына айырмалары: кооперативҡа үҙ ирке менән берләшәләр, колхозға иһә көсләп индергәндәр; колхозсының паспорты юҡ ине, ниндәйҙер кимәлдә ул хоҡуҡһыҙ булды; фермер кооперативтан кире сыға ала, колхоздан кире сығыу хоҡуғы булманы тиерлек; фермер кооперативтан сыҡһа, ингәндәге бөтә мөлкәтен кире ала, колхозда ундай шарт булманы ғәмәлдә. Әйткәндәй, фермерҙар кооперативҡа инеүҙән ҡурҡмаһын өсөн, уларҙың бөтә мөлкәтен алдан иҫәпләп, шулай уҡ ер-майҙандарын да (бының өсөн ергә кадастр баһаһы (оценкаһы) бар) ҡушып, юридик рәүештә эшләп, ҡулына документ бирергә кәрәктер. Бөтә кооперативтың мөлкәте 100% булһа, ошонан һәр фермерҙыҡын иҫәпләйҙәр. Был йыл аҙағында табышты бүлешкәндә ҡайһы фермерға күпме өлөш сығарырға ярҙам итәсәк.

Етәксегә ҡалғанда, фермерҙар аҡыллы егеттәр, үҙҙәре белгән, күргән иң аҡыллы, эшлекле, алдан күрә белеүсене һайлап ҡуйырҙар.

Минең уйымса, кооперативтар мөмкин тиклем ҙурыраҡ булырға тейештер, сөнки ҙур ойошмаларға сеймалды тулыһынса эшкәртеп, юғары сифатлы әҙер продукцияны йыл әйләнәһенә ҙур ғына күләмдә баҙарға сығарыу мөмкинлеге бар, шунһыҙ булмай.

Күрәбеҙ, әйләнә-тирәбеҙҙә ҙур-ҙур «Магнит», «Пятерочка» кеүек маркетингтар һ.б. төҙөлдө, асылды. Тимәк, беҙҙең аҡсалар Башҡортостандан ситкә оса. Улар үҙебеҙҙең һатыусыларҙы ҡыҫырыҡлай, сөнки бөтәһендә булмаһа ла — хаҡтары түбәнерәк. Ябай ғына миҫал: ғәфү итегеҙ, туалет ҡағыҙының арзанлыһы 7-8 һум, үҙебеҙҙекеләрҙә мин белгәнем генә 12-15 һум. Нисек улар әлегә тауарға бындай хаҡ ҡуйыуға ирешә алалыр, белмәйем. Тик был факт. Хәҙер бит һатып алыусылар өсөн көрәш бара. Шуныһын да иҫәпкә алмай булмай, беҙҙең Башҡортостан климатын Краснодар крайы йәки көнбайыш илдәре менән һис тә тиңләштереп булмай, Совет осоронда хөкүмәтебеҙ юҡҡа ғына Башҡортостанда өҫтәмә 15% Урал түләүе индермәгәйне, һауа шарттарыбыҙ шулай, ҡышын — 40 градус һалҡын, ә йәйен +40 градусҡа етергә мөмкин. Иң ҡыйыны шунда, бындай һауа шарттары ауыл хужалығы продукцияһына хаҡты күтәрә. Һатып алыусыға арзаныраҡ кәрәк. Ни эшләргә? Юғары етештереүсәнле техника, яңы технологиялар, мул продукция биргән малдар үрсетеү һ.б. Һәр этапта ныҡлы һаҡсыл экономия. Ойошҡанлыҡ, юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге. Быларҙы башҡарыуы еңел түгел, ләкин шунһыҙ булмай. Хөкүмәтебеҙ тауар етештереүселәргә төрлө грандтар бирә, шуларға эләгергә тырышырға кәрәктер. Тағы ла лизингтар бар. Ә бына ерҙәребеҙҙе арендаға бер кемгә лә, нимә генә вәғәҙә итһәләр ҙә, бирергә ярамай. Тарихтан беләбеҙ, башҡорттарҙың ерен борондан ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып күпләп тартып алғандар. Әле лә күрәбеҙ XXI быуатта ерҙе, ауылдарҙы, кешеләре (һуңғылары белмәй ҙә ҡала) менән һаталар һәм һатып алалар. Коррупция көслө, чиновниктар ҡул ҡуйып, мисәт һуғалар ҙа, аҙаҡ белмәмешкә һалышалар, кеҫәләрен тултырҙылар бит инде, ә халыҡ теләһә нишләһен. Аҙаҡ ул ерҙәребеҙҙән ҡолаҡ ҡағырға ла мөмкин, сөнки тормошта күрәбеҙ: ниндәй генә мутлашыуҙар юҡ.

Иҫке Отрада ауылы

Читайте нас: