Все новости
Ауыл хужалығы
19 Января 2018, 17:39

СЕЛЛӘГӘ ИНДЕК

Ҡыш уртаһы етте. Ҡышҡы селлә бара. Әле хужалыҡтарҙағы мал-тыуарҙы ныҡлап ҡарар, тейешенсә туҡландырыр ваҡыт. Был йәһәттән «Искра» ауыл хужалығы кооперативының Яҡшымбәт һөтсөлөк фермаһында мал ҡышлатыуға етди иғтибар бирелә.

Бүлексә етәксеһе Ришат Аҙнабаев әйтеүенсә,ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы (бесән, силос) етерлек күләмдә әҙерләнгән, ҡатнаш аҙыҡ өсөн фураж да кәрәгенсә һаҡлауға һалынған. Бында меңгә яҡын һыйыр малы аҫырала. Һәр кем үҙ эшен еренә еткереп башҡара, илке-һалҡы йөрөгәндәр юҡ. Әлеге мәлдә фермалар эргәһенә ялан-ҡырҙан бесән, һалам ташыу эштәре бара. Был эште ике звено механизаторҙары Рузиль Саттаров, Хаммат Һөйөнов, Ришат Собханғолов, Миңнеғәли Сәлтәшев, Фоат Аҡһаров, Миңнеғәли Бикмаев, Артур Бәхтейәровтар уңышлы башҡара.

Автор фотоһы

Читайте нас: