Бөгөн хужалыҡтарҙы ит һәм һөт «тере» аҡсалы итә. Шуға ла алдан күрә белгән хужалыҡ етәкселеге малсылыҡ тармағын нығыта, тоҡомло үгеҙ-таналар һатып ала, дәүләт тарафынан үткәрелгән төрлө программаларҙа ҡатнаша. «500 ферма» программаларына ярашлы «Искра» хужалығында ла 6 һөтсөлөк фермаһы заманса төҫ алды.
Һауын залдарында барлыҡ төр эштәр ҙә заманса ҡорамалдар ярҙамында атҡарыла. Хужалыҡтың Яҡуп һөтсөлөк фермаһы 33 кешене эш менән тәьмин иткән. Бында күберәген 30-35 йәшлек йәштәр эшләй.
- Һәр һыйырҙан 13 кг 600 г һөт һауып алабыҙ, - ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Әүхәҙи Хәлитов.
- Малсылар ҙа, һауынсылар ҙа яуаплы осор икәнен аңлай. Эш хаҡы ла һөткә бәйле бит, - тип һүҙгә ҡушыла ферма мөдире Ринат Әмерханов.
Яҡуп бригадаһында механизаторҙар, комбайнсылар йәй көнө яланда эшләһә,ҡышын малсылыҡҡа килә. Яҡуптар эшкә ихлас йөрөй. Бар эштәрҙе лә үҙ көстәре менән башҡарырға тырышалар.
- Тормошҡа оптимистик ҡараштабыҙ, һәр саҡ эҙләнәбеҙ, тапҡанды бер ҡасан да юғалтмайбыҙ. Хужалыҡ етәкселеге көндәлек тормошта килеп тыуған йомош-мөрәжәғәттәрҙе ихлас тыңлай, ярҙам итә. Беҙҙең мәсьәләне һәр саҡ ыңғай хәл итергә тырышалар. Шуға ла бында үҙеңде социаль яҡтан яҡланған һымаҡ тояһың, - ти һауынсы Әлфинур Бәширова.
Шулай итеп яҡуптар донъя шарттарына яраҡлашып, һәүетемсә генә йәшәүҙәрен дауам итә.