Все новости
Ауыл хужалығы
26 Января 2018, 16:50

БЕРЛӘШЕП ЭШЛӘҮ ЕҢЕЛЕРӘК

Кооперация тураһында һуңғы ваҡытта интернетта ла, радио-телевидениела ла күп яҙалар, һөйләйҙәр. Беҙҙең гәзиттә лә был темаға редакцияла түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, материалдар баҫылып тора. Бөгөн беҙгә райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов кооперацияға ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында бәйән итә.

Кооперация тураһында һуңғы ваҡытта интернетта ла, радио-телевидениела ла күп яҙалар, һөйләйҙәр. Беҙҙең гәзиттә лә был темаға редакцияла түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, материалдар баҫылып тора. Бөгөн беҙгә райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов кооперацияға ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында бәйән итә.

- Республикала ла, районда ла кооперативтар ойоштороу буйынса әлеге көндә ҡыҙыу эш алып барыла. Ауыл хужалығы министрлығында был эште ойоштороусы айырым эш төркөмө эшләп килә. Белеүегеҙсә, улар үткән йылда беҙҙең районда ла осрашыу уҙғарғайнылар. Һәр бер силсәүиттә 1-әр булһа ла кооператив ойоштороу күҙ уңында тотола. Әммә был тиҙ арала ғына эшләнә торған эш түгел тиергә кәрәк. Беҙҙең районда ла бына төрлө ауыл советтары бар. Мәҫәлән Яҡшымбәт, Мораптал, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт силсәүиттәрендә яҡшы хужалыҡтар, тырышып эшләүсе фермерҙар бар. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер силсәүиттәрҙең күп кенә ауылдарында халыҡ аҙ. Унда күптәр ауылға йәй көнө йәшәргә генә ҡайталар, ситкә китеп эшләүселәр күп. Шулай булғас, һәр бер ауыл советында бер кооператив булһын тигән нәмә реаль түгел, тип уйлайым.

Яңыраҡ һәр силсәүиткә плакаттар таратып бирҙек. Улар һәр бер ауылда тиерлек эленеп тора. Был плакатттарҙағы фотоларҙа кооперацияның ыңғай яҡтары асыҡ һүрәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта анкета һорауҙарына яуап биреү эше лә әүҙем бара. Бында һәр бер силсәүиттән 20-нән дә кәм булмаған анкета кәрәк буласаҡ. Аҙаҡ был мәғлүмәт Өфөгә оҙатыла. Анкеталарҙағы яуаптарҙы өйрәнгәс тә, Өфөләге эш төркөмө беҙгә килә. Һәр бер ауыл советында улар менән бергә ошо анкета хужалары менән осрашыу үткәрәсәкбеҙ. Унда инде кооперация тураһында, ниндәй пай менән кереүе, ниндәй табыш аласағы хаҡында әңгәмә ойоштороласаҡ. Аҙаҡ инде уларға уйларға бер ай ваҡыт бирелә. Бер айҙан һуң шул уҡ эш төркөмө тағы беҙгә килә. Был юлы инде улар кооперативҡа ойошоп эшләргә ҡарар иткәндәр менән конкрет һөйләшеү уҙғарасаҡ. Шуны ла әйтергә кәрәк: республика ауыл хужалығы консультация үҙәге кооперативҡа берләшеп эшләргә теләүселәргә Уставтан алып башҡа төрлө документтар эшендә һәр саҡ ярҙам итеп барасаҡ.

Әле районда анкета һорауҙарына яуап биреү эше башланды ла инде. Был яҡтан Илкәнәй ауыл советы алдан бара.

Районда кооперация эшен әлегә иң уңайлы булған тармаҡтан — һөтсөлөктән башлап ебәрергә уйлайбыҙ. Башҡа өлкәләргә ҡағылмай торабыҙ. Ауылдарҙа һөт йыйыусыларыбыҙ етәрлек. Түбәнге Бабаларҙа ла, Яҡшымбәттә лә, Тимербайҙа ла бар ундайҙар. Бына шундай төрлө яҡтағы һөт йыйыусыларыбыҙҙы бер нисә кооперативҡа берләштерергә, уларға молоковоз, һыуытҡыстар алырға тырышырға ине иҫәп. Һөт күп йыйыла башлаһа, ул һөттө заводтар үҙҙәре лә килеп ала башлаясаҡ. Ауыл халҡына ла күпләп мал тоторға дәртләндерер ине бындай башланғыс. Бына әле ниндәйҙер райондың бер ауылында ғына шулай итеп һыйыр малы 2 тапҡырға артҡан тиҙәр. Әлеге көндә Зәк-Ишмәттән Әнүәр Усманов үҙ кооперативын ойошторорға уйлай. Түбәнге Бабаларҙан Әхәт Исхаҡов та берәй кооперативҡа берләшеп эшләргә риза. Бахмуттан Айҙар Әкбәровтың үҙ кооперативы бар инде. Ул унда башҡа хужалыҡтарҙы, фермерҙарҙы алырға теләй. «Көйөргәҙеһөт» етәксеһе Александр Дьяченко әлегә был турала уйлаңҡырап йөрөй.
Тимур ИҘРИСОВ, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Әлеге көндә кооперация эшенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ентекле өйрәнәбеҙ. Инициатива төркөмө лә булдырҙыҡ, йыйылыштар ҙа үткәреп торабыҙ. Ошо инициатива төркөмө һыйырҙары булған хужалыҡтарҙы берләштереп, ауыл халҡынан да һөт йыйып, һөт эшкәртеү заводы булдырырға тырышып йөрөй. Бинаһы ла, ере лә әҙер. Әле төрлө ойошмалар менән осрашып, һөйләшеп, нисегерәк эшләһәк яҡшыраҡ булыр, тип бергәләп уйлап, планлаштырып йөрөгән көн. Иң тәүҙә ауылда йәшәгән халыҡты байытырға теләйбеҙ. Бер һыйыр һөтөнән генә айына 12-13 мең һум табыш алырға була. Талбазыға барып, хатта, 1 һыйырҙан 25 мең һум табыш алып булыу практикаһын да күреп ҡайттыҡ әле. Беҙ ҙә лә шул кимәлгә күтәрелһәләр, Себерең ары торһон. Ауылда йәшәп тә аҡса эшләп булһа, йәштәр ҙә ауылдан китмәйәсәк, аҡса эшләйбеҙ тип, Себер ҙә сапмаҫ ине. Йәштәр булһа, ауылдарҙа балалар баҡсаһы ла буласаҡ, мәктәптәр ҙә ябылмаясаҡ.
Әле беҙҙең инициатива төркөмө етештереү һәм шул етештергәнде һатыу проблемаларын хәл итә. Төрлөсә уйлап ҡараныҡ. Эремсек, май йәки сыр эшләргә лә уйлап ҡарағайныҡ. Сырҙың әҙер булғанын 2-3 ай көтөргә кәрәк, кеше 2-3 ай буйы аҡсаһыҙ ултырасаҡ. Шуға әле һөттән башлаһаҡ, яҡшыраҡ булыр тигән фекргә килдек. Һөт йыйыу ауырға тура килмәйәсәк. Ауыл халҡы ла һөтөн тапшырһа, һыйыр малы тотҡан фермерҙарыбыҙ ҙа бар. Йыйылған һөт күләме етәрлек буласаҡ. Әле көнөнә 3 тонна һөт йыйып алыуҙы планлаштырабыҙ.
Берләшеп эшләүселәргә республиканан ярҙам ҙур буласаҡ. Был программа өсөн 300 млн һум аҡса бүленгән. Конкурста ҡатнашып, еңеүселәргә 3 млн һумға тиклем грант алыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн кооперативҡа 9%-тан алып 33%-ҡа тиклем генә үҙ аҡсаһын индерергә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, 1 млн һумлыҡ ҡорамалды алыуға кооператив кешеләренән 90 мең һум ғына аҡса кәрәк буласаҡ.

Кооператив төҙөгәс, уның бинаһы ла кәрәк була бит әле. Бында бер әтнәкәһе бар — бина силсәүит балансында булырға тейеш. Ни өсөнмө? Сөнки кооперативҡа һәр кем үҙ ирке менән инә һәм шулай уҡ үҙ ирке менән сыға ла ала. Берәүһе китеп, икенсеһе килеү осраҡтары ла булыуы мөмкин. Шуға күрә бина силсәүит ҡарамағында ғына булыуы һәйбәт. Кооператив ныҡлап эшләп киткәс, бер нисә йылдан улар ул бинаны, теләһәләр, үҙҙәренә һатып ала аласаҡ. Әле халыҡ кооперация тураһында күп нәмәне аңлап бөтмәй. Кооперативҡа инеү-инмәү һәр кемдең үҙ иркендә. Кооперацияның ыңғай яҡтарын кешеләр иң тәүҙә аңлап етергә тейеш. Берләшеп эшләүҙең еңелерәк икәнен аңларға тейеш. Шуға ла әлеге көндә бына шул аңлатыу эше алып барыла ла инде.
Доводим до вашего сведения, что 30 января 2018 года для организаций всех видов собственности, индивидуальных предпринимателей и крестьянских фермерских хозяйств истекает срок сдачи Декларации по расчетам страховых взносов на обязательное пенсионное страхование и на обязательное медицинское страхование за 2017 год.

Отдел сельского хозяйства Администрации района


Читайте нас: