Все новости
Ауыл хужалығы
9 Февраля 2018, 16:57

ӘЙҘӘҮСЕЛӘР КИЛДЕ

Кооперация тураһында күп яҙабыҙ һуңғы ваҡытта. Анкеталарҙы ҡарап сыҡҡас, районға БР Ауыл хужалығы министрлығынан Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге белгестәре киләсәк, тип тә яҙғайныҡ. Бына кисә улар килеп тә төштө районға.

Кооперация тураһында күп яҙабыҙ һуңғы ваҡытта. Анкеталарҙы ҡарап сыҡҡас, районға БР Ауыл хужалығы министрлығынан Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге белгестәре киләсәк, тип тә яҙғайныҡ. Бына кисә улар килеп тә төштө районға.

Үҙәктең мониторинг бүлеге начальнигы Ирина Шумихина әйтеүенсә, Көйөргәҙе районынан барлығы 64 анкета килгән: Илкәнәйҙән — 20, Яҡшымбәттән — 22, Морапталдан — 7 һәм Бахмут силсәүитенән 15. Улар һөтсөлөк, һыйыр ите менән шөғөлләнергә теләүселәрҙән. «Анкеталарҙан кемдер йылына 50 мең литр, кемдер 300 литр һөт етештереүе күренә. Күгәрсен, Ейәнсура райондарында ла булдым. Һарыҡ йөнөн сүплеккә сығарып бәреүҙәрен беләбеҙ, ә бына һарыҡ йөнөн эшкәртергә теләүсе бер кеше лә юҡ», - тине беҙгә Ирина Евгеньевна.

Район белгестәре менән бергә Өфө ҡунаҡтары тәүге осрашыуҙы Яҡшымбәттә үткәрҙе. Уларҙы тыңларға 30-ҙан ашыу кеше йыйылғайны. Ирина Шумихина кооперацияның нимә икәнен, 3 млн һумға тиклем ярҙамды алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен оҙаҡ ҡына аңлатты. «Итте осһоҙ хаҡҡа ғына ебәргәнсе, яҡшы хаҡҡа магазиндарға тапшырып буласаҡ. Магазиндарҙағы Бразилия, Ҡаҙағстан һәм башҡа сит илдәрҙең химиялы иттәренән ҡотолор инек, кәрәкле ҡорамалдар алып ҡуйһағыҙ, һыйырҙарығыҙ көтөүҙән ҡайтышлай уҡ, шул ҡорамал аша үтеп, һауылып ҡайтасаҡ», - тигәнерәк хәбәр ҙә һөйләне.

Сыҙам ғына тыңлап ултырған халыҡ, һорауҙарын да бирҙе. «Бик матур һөйләйһегеҙ ҙә ул, тик быға ышаныуы ғына ҡыйын», «Магазиндарға беҙҙең продукцияны барыбыер алмаясаҡтар», - тине улар. «Ейәнсура яҡтарында һәм Өфө тирәһендә база эшләп, бөтөн продукцияны шунда туплап, аҙаҡ ҙур магазиндарға таратырға уйлайбыҙ», - тип яуапланы Ирина Евгеньевна.

Түбәнге Бабалар ауылында йәшәгән һөт йыйыусы Әхәт Исхаҡов та һөттө арзан хаҡҡа алыуҙарына борсолоуын белдерҙе. «Һыуытҡыс, молоковоз кәрәк, миңә нишләргә?» - тигән һорауына ла тулы яуап алды.

Яҡшымбәт силсәүите башлғы Ирек Сынбулатов та, райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов та кооперацияның яҡшы яҡтарын төшөндөрҙө. Аҙаҡ инициатива төркөмө һайланды.

Ошондай уҡ һөйләшеү кисә Таймаҫ, Зәк-Ишмәт ауылдарында ла булды. Бөгөн Үҙәк белгестәре Илкәнәй, Бахмут, Мораптал силсәүиттәре халҡы менән осрашасаҡ.

Автор фотоһы

Читайте нас: