Все новости
Ауыл хужалығы
9 Февраля 2018, 16:44

Ҡыш ҡарһыҙ килһә...

Быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ килеүе юл таҙартыусылар өсөн ҡыуаныс, аҡса экономлау өсөн дә яҡшы булһа, уның ҡурҡыныс яҡтары ла бар. Ҡар ҡатламының бөтөнләй булмауы баҡса үҫентеләрен, емеш ағастарын һәм бигерәк тә ужым культураларын һәләк итеүе ихтимал.

Районда 17 мең 74 гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Шуның 640 гектарында техник культуралар. Район ауыл хужалығы бүлеге агрономы Айҙар Туйгилдиндың әйтеүе буйынса, әлеге мәғлүмәттәр буйынса ужым культураларының 50%-ы насар хәлдә. Күпмеһе һәләк булғаны, күпмеһен яңынан сәсергә тура киләсәге тураһында апрель айында ғына әйтеп буласаҡ, ти ул.

Халыҡта «Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була» тигән һынамыш бар. Әммә был беҙгә ҡағылмаҫ, тип уйлайыҡ. Ҡыш дауам итә әле, шуға күрә ҡар яуыр һәм ужым культуралары имен генә ҡышлар, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Читайте нас: