Все новости
Ауыл хужалығы
13 Февраля 2018, 16:32

ТӨРКӨМДӘР ЭШ БАШЛАНЫ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8-9 февралдә районда кооперация буйынса Өфө белгестәре эшләне. Улар халыҡ менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы, кәңәш-төңәштәр бирҙе.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8-9 февралдә районда кооперация буйынса Өфө белгестәре эшләне. Улар халыҡ менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы, кәңәш-төңәштәр бирҙе.

Үткән һанда Яҡшымбәт ауылындағы осрашыу хаҡында яҙғайныҡ. Бындай осрашыуҙар Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Илкәнәй, Бахмут, Мораптал силсәүиттәрендә лә уҙҙы, һәр бер силсәүиттә инициатива төркөмө һайланды.

Яҡшымбәт силсәүите буйынса һөйләшеүҙә 32 кеше ҡатнашҡан. Бында һөт, ит йүнәлеше, иген культураларын эшкәртеү, йәшелсә эшкәртеү буйынса 4 инициатив төркөм һайланған.

Зәк-Ишмәт силсәүитендә 26 кеше булған, һәм улар һөт, ит йүнәлеше буйынса 2 төркөм булдырған.

Таймаҫта ла 26 кеше килгән, һәм һөт йүнәлешендәге 1 төркөм төҙөгән.

Мораптал ауыл советындағы осрашыуҙа ҡатнашыусы 50 кеше ит, һөт йүнәлеше, иген культуралары эшкәртеү һәм бал һатыу буйынса 4 инициатив төркөмгә бүленгән.

Бахмут силсәүитендә 26 кеше ҡатнашҡан. Улар һөт йүнәлешендә эшләргә, иген культураларын эшкәртеү менән шөғөлләнергә теләп, 2 төркөм һайлаған.

Илкәнәй ауыл советында осрашыуға килгән 28 кешенең барыһы ла һөт йүнәлешендәге 1 инициатив төркөмгә тупланған.

Шулай итеп, Көйөргәҙе районында барлығы 14 инициатив төркөм үҙ эшен башлап ебәрҙе. Уларҙың 6-һы - һөт, 3-һө - ит, тағын 3-һө иген культуралары һәм 1-шәр төркөм йәшелсә эшкәртеү, бал һатыу менән шөғөлләнәсәк.

Был төркөмдәр 3 млн. һумға саҡлы ярҙам алыр өсөн 1 апрелгә тиклем кәрәкле документтарын әҙерләп тапшырырға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: кооперацияға ярҙам итеү өсөн бюджеттан республиканың 54 районы өсөн 300 млн һум аҡса бүленә. Шул программала еңеп сығып, ярҙам алыуға өлгәшер өсөн ныҡ ҡына тырышырға кәрәк буласаҡ беҙҙең инициатив төркөмдәргә. Уларға хәҙер уҡыуҙар үткәреләсәк.

Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов әйтеүенсә, кооператив төҙөүҙең яҡшы яҡтарына, белгестәр вәғәҙә иткән программаға халыҡ һаман да ышанып етмәй. «Хәллерәк командалар рәтенә илкәнәйҙәр менән зәк-ишмәттәр керә. Әле төҙөлгән инициатив төркөмдәрҙән районда 3-4 кооператив булһа ла төҙөлөп, уңышлы эшләп китһә, яҡшы булыр ине», - ти Рәүеф Шәймарҙан улы. Ә беҙ инде ыңғай һөҙөмтәләргә өмөт итеп, тик яҡшы хәбәрҙәр генә көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: