Все новости
Ауыл хужалығы
27 Февраля 2018, 16:53

«21 БЫУАТТА ЙӘШӘЙБЕҘ»

Кесаҙнала район хакимиәтендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының отчет йыйылышы уҙҙы. Бында райондың 128 хужалығының 69-ҙынан ғына килгәйнеләр.Район хакимәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов: «Минең отчет сығышым район гәзиттәрендә баҫылып сыҡты, ҡабатлап тормайым», - тине («Юшатыр, №14, «Һөҙөмтәләр — киләсәккә һабаҡ).

Кесаҙнала район хакимиәтендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының отчет йыйылышы уҙҙы. Бында райондың 128 хужалығының 69-ҙынан ғына килгәйнеләр.

Район хакимәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов: «Минең отчет сығышым район гәзиттәрендә баҫылып сыҡты, ҡабатлап тормайым», - тине («Юшатыр, №14, «Һөҙөмтәләр — киләсәккә һабаҡ).

КФХ-лар эше буйынса белгес Марс Сафин 2017 йылдағы уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар менән таныштырып үтте, фермерҙарҙы шелтәләп тә алды: «Ужым сәсеүҙе һуңлатаһығыҙ. 10 сентябргә тиклем тамамларға кәрәк, ә һеҙ октябрь аҙағына тиклем һуҙаһығыҙ. Ҡыш ҡарһыҙ килде, шуға күрә быйылғы ужымдың 50%-ы насар хәлдә. Күпмеһе иҫән ҡалыр икәнен апрелдә генә беләсәкбеҙ. Сәсеү башланырға ла күп ваҡыт ҡалманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, райондағы 128 фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың 28-е генә бөгөнгө көндә иген орлоҡтарын анализға тапшырҙы. Башҡалар уйламай әле. Элиталы орлоҡ алыусылар ҙа бик аҙ». Шулай уҡ ул хужалыҡтарҙа эре малдың кәмеүгә табан барыуы, хужалыҡтарҙың отчеттарҙы ваҡытында тапшырмауы, отчетты ай ярым көтөүҙәре хаҡында ла әйтте.

Мәләүез территориаль ветеринар бүлеге начальнигы Ирек Баһауов бик оҙон телмәр тотто. Ул һәр бер мал ауырыуының ҡайҙан килеп сығыуы, ниндәй зыян килтереүе хаҡында ентекле аңлатты. Африка тағуны, тауыҡ киҙеүҙәренең ҡурҡыныс булыуын да күҙ уңынан ысҡындырманы. Ҡытайҙа 1 кешенең тауыҡ киҙеүе эләктереп, мәрхүм булыуын әйтте. Ниндәйҙер хужалыҡта туберкулездың асыҡ формаһы менән сирләүсе кешенең бөтә малға йоҡтороуы осрағын да телгә алды. Ҡар булмау сәбәпле, быйыл ҡотороҡ сиренең дә күплеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. «Бер һарыҡ һатып алһағыҙ ҙа тикшертегеҙ. Тикшерелмәгән бер мал бөтә булған малды зарарлай. Аҙаҡ бөтөнләй малһыҙ ҡалыуығыҙ бар. Бер фермер өсөн бөтә республика зыян күрәсәк. 2018 йылда бөтә справкалар ҙа электрон буласаҡ. Һәр бер һөт пакетының да үҙенең коды буласаҡ. Унда һөттөң ҡайҙа һауылғаны, ҡайҙан килгәне күренеп торасаҡ. Һәр бер эре малдың биркалары буласаҡ. Йыл аҙағында, хатта, эт-бесәйҙәргә лә шундай биркалар тағылыуы ихтимал. Һатылыуға барған мал тик мал һуйыу цехында ғына һуйылырға тейеш. Мал һуйыу цехтары аҙ тиһәгеҙ, заявка бирегеҙ төҙөргә. Беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ», - тине ул. Шул ваҡыт залдан бер фермер: «25 йыл эре мал аҫырайым. Мал һуйыу цехына алып барыу беҙҙең өсөн ҙур проблема», - тине. Уның һорауына ветеринар: «Бына беҙҙә, Мәләүез районында, мал һуйыу цехының үҙенең арбаһы бар. Шул арбаны бушлай килеп алалар ҙа, малдарын тейәп алып киләләр. Бер ниндәй проблема юҡ», - тине. «Мин мал һуйыу цехы директорымын. Беҙҙә лә бар ундай арба. Килегеҙ, алығыҙ», - тип һүҙгә ҡушылды Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехы хужаһы Геннадий Елисеев. Икенсе фермер: «Шундай үгеҙҙәр була, улар хатта бәйләп ҡуйған сылбырыңды өҙә. Шундайҙарҙы нисек алып килергә ундай арбағыҙҙа. Машиналарҙан өркөп, ҡасып сығып китергә лә күп һорамаҫ бындай үгеҙҙәр», - тип дауам итте. «Был осраҡта ветеринар ундай малға укол эшләргә тейеш. Сит илдә ундай тәжрибә бар», - ти Ирек Мансаф улы. «Беҙ бит сит илдә йәшәмәйбеҙ. Беҙ бында йәшәйбеҙ. Мал һуйыу цехына ҡаршы түгелбеҙ. Әммә уның күп проблемалары һаман да асыҡ ҡала. Иткә лә хаҡ артасаҡ», - тип фермер үҙ һүҙен тызый биргәс, Әхәт Йәүҙәт улы: «Һәр проблеманы хәл итеү юлдары бар. Трагедия эшләмәгеҙ. Яйлап барыһы ла хәл ителер. Ирек Мансаф улы менән аҙаҡтан яйлап һөйләшерһегеҙ. Мал һуйыу цехы тағы кәрәк булһа, эшләгеҙ. 2,5 млн һумға эшләп була, ул сумманың яртыһын бирәләр», - тип туҡтатып ҡуйҙы.

Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин иген сифаты күрһәткестәре, ерҙәрҙе рәсмиләштереү хаҡында һөйләне. «2017 йылда районда гектарынан уртаса 19,7 ц уңыш менән 116 912 тонна иген йыйып алынды. Күрше Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары менән сағыштырғанда, был әҙ. Уларҙың уртаса уңышы гектарынан 31,0 ц. Иген культуралары һәм көнбағыш буйынса ла уртаса уңыш күршеләрҙекенән 1,5 тапҡырға кәмерәк. Бында һауа торошо ла мөһим роль уйнай, әлбиттә. Әммә беҙҙең райондағы аҙ уңышлылыҡ унан ғына түгел, ә күбеһенсә, насар орлоҡ сәсеүҙән килә. Марс Әхмәтзыя улы әйтеүенсә, беҙҙә күбеһе фураж игенен сәсә. Шулай уҡ минераль һәм органик ашламалар ҡулланырға теләмәүҙән, тупраҡты дөрөҫ файҙаланмауҙан килә уңышһыҙлыҡ. Мәҫәлән, көнбағышты сәсеү урынын йыл да алыштырып торорға кәрәк. 7-8 йыл үткәс кенә шул уҡ урынға сәсергә була. Ә беҙҙекеләр 3 йыл да көтә алмай. Бындай хужалыҡтар ерҙең уңышлылығын бөтөрөп кенә ҡалмай, ә төрлө инфекция һәм зарарлы бөжәктәр барлыҡҡа килеүенә лә ярҙам итә. Ерҙе беҙҙән һуң балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ҡалдырырға кәрәк икәне тураһында етди уйланырға кәрәктер. Ашлама өсөн субсидия ҡаралған. Шуға күрә ашлама һатып алһағыҙ, бер ҙә генә отолмаясаҡһығыҙ. Орлоҡ ҡына түгел, тупраҡ та сифатлы булырға тейеш икәнен онотмаҫҡа кәрәк», - тине ул һәм Зәк-Ишмәт силсәүитендә меңдән ашыу гектар ерҙең һаман да рәсмиләштерелмәүе, Яҡшымбәт силсәүитендә бер ер участкаһының яҙмышы билдәһеҙ булыуы хаҡында ла әйтеп үтте.

«Россельхозцентр» филиалының Көйөргәҙе район-ара бүлеге начальнигы Булат Ғафаров та орлоҡ сифатын тикшереү эше хаҡында бәйән итте. «128 хужалыҡтың 60-ы тирәһе генә был юҫыҡта эш алып бара. Башҡалары йоҡлай. Әле 28 хужалыҡ ҡына орлоҡтарын тикшертте. Сәсеүгә генә түгел, ә хатта, мал аҙығына ла яраҡһыҙ орлоҡтар була. Шуға күрә тикшерелмәгән, анализ үтмәгән орлоҡ сәсергә ярамай», - тип аңлатты ул. Әхәт Ҡотлоәхмәтов: «Бына шул күрһәткестәрҙе гәзиткә бирегеҙ. «Ни сәсһәң, шуны урырһың», - тип юҡҡа әйтәләрме ни? Бирмәйҙәр икән, үҙегеҙ барығыҙ, алығыҙ, тикшерегеҙ. Байрамдан һуң был эшкә ныҡлап тотоноғоҙ. Ирек Юнирович, һеҙҙең 27 хужалыҡтың 3-һе генә анализға тапшырған. Ни өсөн?» Яҡшымбәт силсәүите башлығы Ирек Сынбулатов: «Орлоҡ һаҡларға урын юҡ бит. Орлоҡ һатып алғас, алып килерҙәр», - тип яуапланы һорауға.
Әхәт Йәүҙәт улы: «Свобода силсәүитендә амброзия күп. Етәксе икәнһегеҙ, дөрөҫ етәкләгеҙ. Орлоҡтарығыҙҙы күрһәтмәйһегеҙ, аҙаҡ, мин сәстем, бер нәмә лә үҫмәне, тип әйтәһегеҙ. Орлоҡтоң сығышын белергә кәрәк иң тәүҙә», - тине.

Механизация, хеҙмәт һәм техника хәүефһеҙлеген һаҡлау бүлеге мөдире Мотаһар Ибраһимов хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында бәйән итте. Хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса уҡыу курстары үтергә кәрәк барығыҙға ла. 2016 йылда 30 КФХ ғына уҡып сыҡты. Берәй хәл килеп тыуһа, үҙегеҙгә яуап бирергә тура килә. Үҙегеҙ уҡып сыҡмайынса, башҡаларға өйрәтә алмайһығыҙ», - тине ул. Әхәт Йәүҙәт улы ла: «Төҙөк булмаған техника арҡаһында кешеләр зыян күрә. СССР ваҡытында иҫерек водителде лә әрләй ҙә ебәрәләр ине. Ундай заман бөттө хәҙер», - тип уның һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙы.

КУС рәйесе Марина Сычева КФХ-ларҙан килгән килемдәр, бурыстарын түләмәүселәр хаҡында һүҙ тотто. Аренда өсөн 1 млн 978 мең һум бурыс булыуын әйтте.

Йыйылышта субсидиялар, төрлө ташламалар, кредиттар алыу мөмкинлеге хаҡында ла һөйләнеләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре: «Мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ. Келәттәрҙе емереп кереүселәр күп. Техникағыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдыраһығыҙ. Иттәрегеҙҙе аҡсаһыҙ бирмәгеҙ кешегә. Көтәсәккә бирәһегеҙ ҙә, аҙаҡ аҡса бирмәйҙәр, тип беҙгә киләһегеҙ», - тине.

Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов бар әйтелгәндәргә йомғаҡ яһап ҡуйҙы. «Отчеттарҙы айлап көтөргә тура килә. Күршеләр аша әйттерәбеҙ, хатта. 21 быуатта йәшәйбеҙ бит. Отчеттарығыҙҙы ла, барлыҡ башҡа мәғлүмәттәрегеҙҙе лә электрон почта аша ебәрә алаһығыҙ бит», - тине ул.


Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: