Все новости
Ауыл хужалығы
2 Марта 2018, 14:03

УРТАҒА ҺАЛЫП ҺӨЙЛӘШЕҮГӘ НИ ЕТӘ?

Район ауылдарында сходтар үткәрелә башланы.

Район ауылдарында сходтар үткәрелә башланы.

Иң тәүгеләрҙән булып Бахмут, Ермолаево, Молокан ауылдары халҡы йыйылыштар үткәрҙе. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район Советы секретары Әхәт Исламғолов, хакимиәт бүлектәре етәкселәре, ауыл старосталары ҡатнашты. Бахмут һәм Ермолаево силсәүиттәре башлыҡтары Нурия Шәрипова менән Роман Барановский ентекле отчет яһанылар.

Ермолаеволар тротуарҙарҙы, Оло Юшатыр йылғаһы күперен тәртипкә килтерергә, Чапаев урамына асфальт түшәргә кәрәклеге хаҡында айырып әйтте. Шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу һәм берәҙәк эттәр проблемаһын да күтәрҙе улар. Молокандар клубҡа ремонт, янғын һүндереү машинаһы кәрәклеге хаҡында әйтһә, уларҙың күршеләре Ҡунаҡбай халҡы һыу торбаларын алыштырыу һәм юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәрҙе. Бахмут кешеләре ауыл фельдшер пунктының эшен яйға һалыуҙы һораны.

27 февралдә Свобода, Түкән, Тимербай ауылдары халҡы ла сходҡа йыйылды. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы, үткән йылға йомғаҡ, 2018 йылға пландар хаҡында һөйләне. Участковый Илдар Юлдыбаев тәртип һаҡлау ҡағиҙәләрен тағы бер ҡабатланы. Свобода һәм Тимербай ауылдарында һорау биреүселәр булманы, тик Түкәндә генә ФАП-ты ремонтларға кәрәклеге хаҡында әйттеләр.

Сходтан һуң был ауылдарҙың барыһында ла Нефтекама филармонияһы артистарының концерты булды.

Розалия НАЗАРОВА

***


Был аҙнала Мораптал ауыл биләмәһе ауылдарында ла сходтар үтте. Уларҙың эштәрендә район Советы секретары Әхәт Исламғолов, район Советы депутаты Ләйсән Аҙнабаева, ауыл советы депутаттары, ауыл старосталары, урындағы етәкселәр ҡатнашты. Мораптал ауыл хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев һәр ауылда үткән сходта халыҡ алдында отчет тотто, быйылға планлаштырылған эштәр менән таныштырҙы.

Ҡалталағы йыйылышта халыҡ ФАП-тың бер көн генә эшләүенә риза түгеллектәрен әйтте һәм уның эш графигын аҙнаһына өс көнгә тиклем оҙонайтыуҙы һораны. (Ҡалтаның үҙендә фельдшер юҡ, ул Красный Маяк ауылынан йөрөп эшләй.) Ҡалталарҙы ауыл урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе лә борсой. Был йәһәттән эш алып барасаҡбыҙ, ти Мораптал ауыл хакимиәте идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова.

Ауылға аҙыҡ-түлекте автолавка менән ташыйҙар. Тик шуныһы, ул килә лә оҙаҡ тормай китеп тә бара икән. Күп кешеләр ауылға автолавка килгәнен белмәй ҙә ҡала. Уның ҡасан килере хаҡында алдан хәбәр итһәләр ине, тине сходта ҡатнашыусылар.

Красный Маяк ауылында үткән йыйылышта ла урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе күтәрелмәй ҡалманы. Ауыл клубын газ менән йылытыуға күсереү зарурлығы тураһында ентекле һөйләшеү булды. Был ауыл халҡын иң ныҡ борсоғаны – автолавканың сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүе, етмәһә, шуға юғары хаҡ ҡуйыуҙары.

Ауыл ағинәйҙәре ауылда мәсет төҙөү өсөн шулай уҡ ер участкаһы бүлеүҙе һораны. Аҡһары ауылы оло юл өҫтөндә ултыра, шулай булғас, ул төҙөклөгө, күркәмлеге менән дә өлгөлө ауыл булырға тейеш. Тик был йәһәттән аҡһарылар әлегә бик маҡтана алмай. Шуға күрә яҙҙан башлап экологик өмәләрҙе йыш үткәрергә, ауылды төҙөкләндереүгә ныҡлы иғтибар бүлергә кәрәк тигән уртаҡ фекергә килде сходта ҡатнашыусылар. Аҡһарыла ФАП уңышлы эшләй. Халыҡ уның эшенән риза, тик фельдшерға ярҙамсы кәрәк, тигән теләген еткерҙе етәкселәргә аҡһарылар.

Яҡут ауылындағы йыйылышта халыҡ башланғыс мәктәпте япмауҙы һораны. Киләһе уҡыу йылында бында туғыҙ бала белем һәм тәрбиә аласаҡ икән. Киләһе йылдарҙа сабыйҙар һаны тағы ла артыр, тип өмөтләнә яҡуттар, сөнки тыуған ауылында йәшәргә ҡалырға теләүсе йәш ғаиләләр байтаҡ ҡына. Тап бына шуға бәйле йорт һалыу өсөн ер участкалары бүлеү мәсьәләһе урынлы күтәрелде был йыйылышта.

– Яҡут ауылын ҙурайтырға, үҫтерергә тигән изге теләкте иҫәпкә алып, Ҡаҙлайыр йылғаһының аръяғында яңы урам барлыҡҡа килтерергә булдыҡ. Ер участкаларын шунан бүләсәкбеҙ, – ти ауыл хакимиәте етәкселәре.
Читайте нас: