– Техника, сәсеү агрегаттары әҙерлек һыҙығына ҡуйылды. Техник күҙәтеүҙе үткәрҙек, сер түгел, һәйбәт уңыш нигеҙе – сифатлы орлоҡ һәм ашламаларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, – ти Яҡшымбәт бригадаһы етәксеһе Ғәҙелхәй Боҫҡанов. Тиҙ арала дым ҡаплатыу бурысы тора. Быйыл, ҡыҙғанысҡы ҡаршы, ҡар аҙ яуҙы, етмәһә, ер 50-60 сантиметрға тиклем туң, яҙғы иген культураларын сәсеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Техниканы көҙҙән үк әҙерләп ҡуйҙыҡ. Механизаторҙарыбыҙ барыһы ла тәжрибәле. Дым ҡаплатыуға 6 агрегат йәлеп ителәсәк.