Үткән йомала район хакимиәтендә яҙғы сәсеү эштәренә арналған агроконференция уҙҙы. Унда район хужалыҡтары етәкселәре, фермерҙар, силсәүит башлыҡтары һәм төрлө өлкә белгестәре, Өфө ҡунаҡтары ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов райондың Агросәнәғәт комплексы профсоюзын етәкләгән Мәрйәм Юлдыбаеваны рәсми рәүештә хаҡлы ялға оҙатып, уның урынына килгән Клавдия Сычева менән таныштырыуҙан башланы кәңәшмәне. «Яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы башҡарып сығыу һорауҙары буйынса бик күп тапҡырҙар әңгәмәләштек. Бөгөн уларҙың иң мөһимдәренә, тиҙ арала башҡарып сыға торғандарына туҡталырбыҙ. Әле яңыраҡ ҡына ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашлығындағы төбәк агроконференцияһында булып ҡайттыҡ. Унда министр былтырғы мул уңыш алыуҙың да минустары барлығын билдәләп үтте. Иген күп булыу сәбәпле, уның хаҡтары 50-60%-ҡа, ә һөткә хаҡ 10%-ҡа кәмене. Шуға күрә кооперативтар төҙөп, сеймал урынына әҙер продукция эшләп, һатыуға сығарыуҙың отошло икәнлеген әйтте. Ҡыҙғанысҡа, дәүләт ярҙамы саралары кәмей, уларҙы ҡулланыу контроле нығый бара. Шулай ҙа беҙ тырышып эшләргә бурыслыбыҙ.
Быйыл сәсеү майҙаны 97 764 га тәшкил итә. Уның 63 065 гектарында иген культуралары, 20 213 гектарында техник культуралар сәселәсәк. Былтырғыға ҡарағанда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары киңәйтеләсәк һәм 1 198 га тәшкил итәсәк. Башҡа культураларҙан: етен — 875 га, ноҡот борсағы — 676 га, гәрсис 200 гектарҙа үҫтереләсәк. Мал аҙығы өсөн майҙандар 11%-ҡа кәметелеп, 13 341 га тәшкил итәсәк», - тине үҙенең сығышында Әхәт Йәүҙәт улы.
Район дауаханаһының баш табибы А. Петрунин медицина тикшеренеүе үтергә кәрәклеге хаҡында һөйләгәс, «Россельхозбанк» рәйесе А. Бобков кредит алыу мәсьәләләрен яҡтыртты. Банк хеҙмәткәренә: «Һеҙҙән аҡса алыуға бик оҙаҡ ваҡыт китә», - тигән ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙеләр залдан. Әхәт Йәүҙәт улы ла уларҙы йөпләп: «Ысынлап та, был бер кемгә лә сер түгел. Бик оҙаҡ тикшерәһегеҙ, шунан ғына аҡса бирәһегеҙ. Башҡа банктар бар, уларға ла мөрәжәғәт итергә кәрәк беҙгә», - тигән кәңәштәрен әйтте.
Райондың һәр бер хужалығы хаҡында төшөрөлгән видеояҙманы ҡарап алғас, һүҙ баш агроном Айҙар Туйгилдингә бирелде:
- 2017 йылда районда 116 912 тонна иген йыйып алынды (гектарынан уртаса 19,7 ц ). Көнбағыштан 21 833 тонна (гектарынан 11,4 ц) уңыш алынды. 17 074 га баҫыуға быйылғы йыл уңышы сәселде. Уның 6 324 га — ужым бойҙайы, 8 639 га — ужым арышы, 1 471 га — ужым тритикалеһе, 640 га — ужым шипкәне. Март айына ҡарата, ужымдың 8 087 га яҡшы, ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, ә 8 639 га йәки 52,3%-ы ҡәнәғәтләнерлек түгел. Беҙгә алдағы көндәрҙә ужымдың хәлен тағы бер тапҡыр тикшерергә һәм ярашлы эштәр башҡарырға кәрәк буласаҡ, - тине ул һәм үҙенең кәңәштәрен әйтте. Район хужалыҡтарының ҡайһы берҙәрендә һаман да насар орлоҡ сәсеүҙе дауам итеүҙәрен дә телгә алды Айҙар Юнир улы. «Күберәк элиталы орлоҡ сәсергә ынтылырға кәрәк. Республикала ла, райондың «Ватан» хужалығында ла элита орлоҡтары етәрлек кимәлдә», - тине ул. Шулай уҡ баҫыу ерҙәренә ашлама индереүҙең дә бик мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Баш агрономдың әйтелгән һүҙҙәрен дауам итеп, «Россельхозцентр»ҙың БР буйынса филиалы етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кирәев шулай уҡ элиталы орлоҡтоң һәм ашламаларҙың ыңғай яҡтарын тәфсирләп аңлатты. «Былай ғына сәсеп, былай ғына урып, яҡшы уңыш ала алмаҫһығыҙ. Дөрөҫ сәсһәгеҙ, юғалтыу ҙа булмаҫ» - тип, бик күп кәңәштәрен бирҙе. «Элиталы орлоҡ бик тә алғыбыҙ килә лә бит. Тик субсидияны орлоҡҡа тотонорға ярамай, тиҙәр. Беҙ тиҙ генә байып китер, тип ҡурҡалар. Беҙҙең орлоҡ алыр өсөн ҡулаҡса ҡалмай. Эш хаҡы, һалым түләүгә, малға аҙыҡ алыуға китә булған аҡса», - тине Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмил Туҡаев. Рөстәм Солтангәрәй улы был мәсьәләне асыҡларға һүҙ бирҙе.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең орлоҡсолоҡ бүлеге мөдире Айҙар Ноғоманов та орлоҡтар тураһында күп мәғлүмәт бирҙе.
«Россельхозцентр»ҙың Көйөргәҙе филиалы начальнигы Булат Ғафаров сығышында тупраҡтың уңдырышлылығы хаҡында һөйләне. Район хужалыҡтарының тупраҡ уңдырышлылығына төплө анализ яһаны, ҡайҙа нимә етмәй икәненә асыҡлыҡ индерҙе.
Артабан агроконференцияла Киров исемендәге хужалыҡтың баш агрономы Азат Кинйәғолов, райондың баш инженеры Мотаһар Ибраһимов һәм башҡалар үҙҙәренең өлкәләре буйынса етешһеҙлектәрҙе атап, уларҙы бөтөрөү ысулдары хаҡында бәйән итте.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов яҙғы сәсеү эштәрендә уңыштар теләп, агроконференция эшенә йомғаҡ яһаны.