Все новости
Ауыл хужалығы
4 Мая 2018, 12:34

СӘСЕҮ БАШЛАНДЫ

Быйыл иң тәү башлап яҙғы баҫыу эштәренә Киров исемендәге хужалыҡта, «Искра» ауыл хужалығы кооперативында төштөләр. Апрель аҙағында был хужалыҡтарҙың уңған механизаторҙары ҡышҡы культураларҙы туҡландырҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе, шулай уҡ ужым культураларын тырматты.

Быйыл иң тәү башлап яҙғы баҫыу эштәренә Киров исемендәге хужалыҡта, «Искра» ауыл хужалығы кооперативында төштөләр.

Апрель аҙағында был хужалыҡтарҙың уңған механизаторҙары ҡышҡы культураларҙы туҡландырҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе, шулай уҡ ужым культураларын тырматты.

2 майҙа район хужалыҡтарында сәсеү башланды. Киров исемендәге хужалыҡ игенселәре 100 гектарҙа бойҙай сәсте. Шулай итеп, сөм ҡара тупраҡлы бураҙналарға тәүге тос орлоҡтар ятты.

Ә «Искра» хужалығында сәсеүҙе Ҡотлоюл бригадаһы башлап ебәрҙе. Румил Аҡһаров менән Илфаҡ Боҫҡанов ике сменала эшләйҙәр. Улар 220 гектарҙа етен сәсте. «Кинзя» сәсеү агрегатында Рузил Саттаров менән Фаил Түләков 320 гектарҙа көнбағыш сәсте. Хужалыҡта малсылыҡты үҫтереү өсөн бик тә кәрәкле культура – һоло сәсеүҙе Хаммат Һөйөнов 195 гектарҙа башҡарҙы. Быйылғы сәсеү эштәрендә сәсеүселәр Артур Бәхтийәров, Раил Бикмаев, Альфред Абдуллин, Сәмерхан Сәлтәшев, культивация үткәреүҙә Ғәйнулла Йосопов, Миңлеғәли Сәлтәшевтар әүҙемлек күрһәтә.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Рәүеф АБДУЛЛИН,
«Искра» хужалығы агрономы


Читайте нас: