Үткән аҙнала район хужалыҡтарында сәсеүгә ныҡлап төштөләр.
Был яҡлап «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе, Киров исемендәге хужалыҡ, «Искра» ауыл хужалығы кооперативы, «Аргус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Мәзитов крәҫтиән-фермер хужалығы игенселәре ныҡлап эшкә тотондо.
Бөгөнгө көнгә район баҫыуҙарында дым ҡаплатыу тамамланды. Инде хәҙер тупраҡҡа һәйбәт, уңдырышлы орлоҡтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк сәсеү бурысы тора. Көйөргәҙе районы игенселәре быйыл сәсеү эштәрен 71 600 гектарҙа башҡарыуҙы планлаштырған. Бөгөнгө көнгә дөйөм планға ҡарата шуның 9 %-ы сәселгән.
- Урал алды зонаһы буйынса 17 район араһында беҙ, көйөргәҙеләр, 5-се урында барабыҙ, был насар түгел, шулай ҙа алдағы көндәрҙә сәсеү темпын ҡыҙыулатыу бурысы тора, - ти райондың баш агрономы Нәүғәт Хисмәтуллин.
Әле сәселгән 6500 гектарҙың 2900-өн яҙғы бөртөклөләр тәшкил итә. Ҡалғанын техник культуралар, йәғни көнбағыш менән етен биләй.
Район баҫыуҙары бар ерҙә лә бер тигеҙ кипмәгән, шуға күрә ҡайҙа тупраҡ өлгөргән, шунда сәселә.