Все новости
Ауыл хужалығы
11 Мая 2018, 12:31

ТАШЛАП КИТКЕЛӘРЕ КИЛМӘЙ

Редакция эше менән Абдул ауылына барып ҡайтып барғанда «Искра» хужалығының Яҡуп ауылы фермаһы хеҙмәткәрҙәренең малдарҙы Мотал йәйләүенә ҡыуған мәленә осраныҡ.

Редакция эше менән Абдул ауылына барып ҡайтып барғанда «Искра» хужалығының Яҡуп ауылы фермаһы хеҙмәткәрҙәренең малдарҙы Мотал йәйләүенә ҡыуған мәленә осраныҡ. Малҡайҙар баш бирмәй, тыңламай, бер ҙә тыуған ферманы ташлап киткеләре килмәй, кире боролалар. Бәғзе әҙәмдәр тыуған төйәкте бар, тип тә белмәй, ә бына хайуандар бәндәгә ҡарағанда ерҙәренә нығыраҡ ереккән.

Көтөүселәр Азат Батыршин, Денис Сиразетдинов, Әмир Ғайсин тыңламаған таналарҙың башын Мотал яғына табан борорға тырышыу менән мәшғүл. Һәммәһе ауылда 370 баш тана, 200 һауын, 120 баш һауылмай торған һыйыр, 120 үгеҙ, 100 баш йәш һыйыр малы бар. Торғаны менән үҙе бер дәүләт инде, әй. Был малҡайҙар имен-аман йәйләүҙәренә барып еткәндер, тип ышанабыҙ һәм быйылғы йылда ла һауымдың мул булыуын теләп ҡалабыҙ.


Читайте нас: