Все новости
Ауыл хужалығы
15 Мая 2018, 13:45

БЕРЕНСЕГӘ ҮТКӘРЕЛДЕ

Аҙна башында Таймаҫта «Ауыл биләмәһенең иң яҡшы тракторы» тигән конкурс үтте. Унда шәхси хужалыҡтар тракторсылары ҡатнашты. Был сара беренсегә ойошторолдо, һәм бынан һуң йыл да үткәреләсәк.

Аҙна башында Таймаҫта «Ауыл биләмәһенең иң яҡшы тракторы» тигән конкурс үтте. Унда шәхси хужалыҡтар тракторсылары ҡатнашты. Был сара беренсегә ойошторолдо, һәм бынан һуң йыл да үткәреләсәк.

Конкурс Таймаҫ, Яңы Таймаҫ һәм Ялсыҡай ауылдары шәхси хужалыҡтарының тракторҙарына техник күҙәтеү үткәреү менән берлектә алып барылды. Уны район Дәүләт техник күҙәтселеге инспекцияһы начальнигы Николай Булгаков, Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов, ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Мотаһар Ибраһимов, Таймаҫ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Флүзә Вәлидова үткәрҙе. Конкурстың төп маҡсаты шәхси хужалыҡтар тракторҙарын хәүефһеҙ ҡулланыу сифатын арттырыу ине.

Ярышта беренсе урынды Зиннур Ишморатов, икенсе урынды Роберт Байғотлин, өсөнсө урынды Наил Бураҡаев яуланы. Улар дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.



Читайте нас: