Все новости
Ауыл хужалығы
18 Мая 2018, 13:06

ҠӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫ

Районға эш сәфәре менән БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килде. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов һәм бер төркөм республика гәзит-журналдары, радио-телевидение хәбәрселәре менән бергә улар райондың яҙғы баҫыу эштәре барышы, мал һәм үҫемлекселек тармаҡтары үҫеше менән танышып сыҡты.

Районға эш сәфәре менән БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килде. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов һәм бер төркөм республика гәзит-журналдары, радио-телевидение хәбәрселәре менән бергә улар райондың яҙғы баҫыу эштәре барышы, мал һәм үҫемлекселек тармаҡтары үҫеше менән танышып сыҡты.

Илшат Фәзрахмановтың эш сәфәре фермер Илшат Мәзитовтың иген баҫыуҙарын ҡарауҙан башланды. Ул был хужалыҡта барған сәсеү барышы менән танышты. Илшат Илдус улы уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалды. Был турала ул: «Техникаһы матур, малдары ла бар. Афарин, бик һәйбәт эшләп йөрөй», - тине.

Артабан улар «Аргус» хужалығының балыҡ һәм маралдар үрсетеү эше менән яҡындан танышты. Бында үрсетелгән бағыр, сөгә балыҡтарын күреп, министр: «Һеҙгә бында тағы ла ыҫлау ҡорамалдары, һыуытҡыстар алып ебәреп, сеймал менән генә түгел, ә әҙер продукция етештереү менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Шулай уҡ йорттар төҙөп, кешеләргә ял итеү урыны ойошторғанда ла була», - тигән кәңәштәрен әйтте. «Ни өсөн маралдар үрсетергә булдығыҙ? Ҡыш көнө нимә ашатаһығыҙ?» - тип тә ҡыҙыҡһынды Илшат Илдус улы. Хужалыҡ етәксеһе Партев Абрамян: «Интернетта күреп ҡалдым да, тап ошо эре себер боландарын үрсетергә уйланым. Уның ите лә ҡыйбат, килоһы 700 һум тора, мөгөҙҙәренән шифалы дарыу төнәтмәһе эшләйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡты үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Бесән, сенаж әҙерләйбеҙ. Ҡышты һәйбәт сығалар», - тине.

«Искра» хужалығына китеп барышлай министр Шәбағыш ауылындағы А.С. Пушкин музейына ла кереп сыҡты. Илшат Фәзрахмановтың беҙҙең райондағы эш сәфәре Киров исемендәге хужалыҡта тамамланды. Артабан ул Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез райондарына юл алды.


«Искра» хужалығында 5303 эре мал бар. Уларҙың 1220-һе һыйыр малы. 48405 ц һөт етештерелгән. 2017 йылда бер һыйырҙан 5991 кг һөт һауып алынған, 5067 ц ит етештерелгән. Хужалыҡтың 25819 га баҫыу ерҙәре бар. Быйыл 15800 га майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ.


Киров исемендәге хужалыҡта 2150 эре мал, шул иҫәптән 860 һыйыр малы иҫәпләнә. 586 ц ит, 6160 ц һөт етештерелгән. 16700 га һөрөнтө ерҙең 11335 га майҙанында яҙғы сәсеү эше башҡарыла. Хужалыҡ етен һәм көнбағыш үҫтереп һатыу менән дә шөғөлләнә. 2017 йылда улар 100 т «Ватан» сортлы элиталы иген орлоғо һатып алған. Шулай уҡ 1200 га майҙанға кәрәкле кукуруз орлоғо ла алынған. Әлеге көндә хужалыҡта минераль ашламалар ташыу эше тамамланған. Киров исемендәге хужалыҡтың 106 тракторы, 16 комбайны бар.


Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:

- Илшат Илдус улы райондың бөтә тармаҡтарын да тиерлек ҡарап сыҡты һәм бындағы кешеләрҙең тырышып эшләгәнен күреп, бик ҡәнәғәт ҡалды. Илшат Мәзитов хужалығының яҡшы үҫешеүе, матди базаһының яңырыуы, уның төрлө гранттарҙа ҡатнашыуы, дәүләттән дә тейешле ярҙам алып эшләп ятыуы министрға бик тә оҡшаны. Шулай уҡ «Аргус» хужалығының да традицион булмаған эш менән шөғөлләнеүенең ыңғай һыҙаттарын билдәләне. «Маралдарҙың мөгөҙҙәрен генә (панттарын) файҙаланмаҫҡа, ә эште киңерәк йәйелдерергә һәм туристик йүнәлештә лә эшләп ҡарарға кәрәктер», - тигәнерәк кәңәштәрен дә әйтте. Киров исемендәге, «Искра» хужалыҡтары ла оҡшаны. Улар буйынса маҡтау һүҙҙәренән тыш, бер ниндәй һорау ҙа булманы. Министр барыһына ла үҫтергән әйберҙәрҙе осһоҙ хаҡҡа ебәргәнсе, сеймалды эшкәртеп, әҙер продукция һатыу менән шөғөлләнергә тырышырға кәрәклеге хаҡында белдерҙе. «Үҙебеҙҙең яҡтан, дәүләттән субсидия, гранттар кеүек төрлө ярҙам саралары артабан да күрһәтеләсәк», - тине ул.


«Аргус» хужалығының төп йүнәлеше — марал, балыҡ үрсетеү һәм үҫемлекселек. Бында 200-ҙән ашыу марал бар. 6,3 ц балыҡ һатыуға киткән. Ауыл хужалығы баҫыуҙары 1355 га тәшкил итә. 1285 га майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. 16 майға ҡарата 56% сәселгән. 650 га майҙанда ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән.


Илшат Мәзитовтың фермер хужалығында яңы 5 техника һатып алынған. Бында һөрөнтө ер 2603 га тәшкил итә. 2083 га ерҙә яҙғы сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. 16 майға ҡарата 88%-ы сәселгән дә инде. 1833 га майҙанда ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән. Хужалыҡта 98 баш эре мал, шул иҫәптән 45 һыйыр малы иҫәпләнә. 630 ц һөт, 43 ц бал етештерелгән.



Читайте нас: