Все новости
Ауыл хужалығы
25 Мая 2018, 12:33

УҢЫШТАР һеҙгә!

Көйөргәҙе районы хакимиәте Киров исемендәге, «Искра», «Түкән», «Ватан» ауыл хужалығы етештереү кооперативтары, «Аргус», «Мәләүез фәнни- етештереү берекмәһе», «Агроком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре Аклбек Альмашев, Илшат Мәзитов, Әнүәр Усманов, Хафиз Сарбаев, Юрий Ермаков, Дамир Хәйбуллиндарҙы һәм башҡа КФХ хужалыҡтарының хеҙмәт коллективтарын иртә яҙғы культураларын сәсеүҙе тамамлауҙары менән ҡотлай.

Һеҙ оптималь агротехник срокта иртә яҙғы культураларҙы сәсеү эшен башҡарҙығыҙ. Был эште нәтижәле ойоштороуығыҙ, хеҙмәт коллективығыҙҙың яйға һалынған эшенең һөҙөмтәһе. Һеҙҙең алда шулай уҡ яуаплы булған эштәр — сәсеүлектәрҙе ҡарау, мал аҙығы әҙерләү, уңышты йыйып алыу эштәре.

Артабан да шулай алдығыҙға ҡуйылған мәсьәләләрҙе уңышлы үтәп, ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш алырығыҙға ышанабыҙ.Һеҙгә яңы хеҙмәт еңеүҙәре, яҡшы һауа торошо һәм мул уңыш теләйбеҙ.

Читайте нас: