«Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативында ерҙәрҙе туҡландырыуға етди иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта хужалыҡта баҫыуҙарға органик ашлама сығарыла башланы.
Ҡеүәтле техникаларҙа эшләгән водителдәр тәүлегенә 850-1050 тоннаға хәтлем органик ашламаны һөтсөлөк фермалары янынан баҫыуҙарға ташый.
Тәжрибәле водитель Радик Бикмаев: «Ашлыҡ үҫә торған баҫыуҙарға, органик ашламалар бик тә кәрәк, көнөнә ҙур күләмдә ашлама сығарабыҙ, эшкә лә дәрт бар, техника ғына ватылмаһын», – ти.
Наил Басиров, Миңлеғәли Сәлтәшев, Салауат Ибраһимов, Хәйрулла Аҡһаровтар үҙ эштәренә яуаплы ҡарай.