Все новости
Ауыл хужалығы
8 Июня 2018, 12:00

ҺОҠЛАНЫРҒА ҒЫНА ҠАЛА

Районыбыҙҙа яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһау, кемдең нисек эшләүен үҙ күҙҙәре менән күреү, асыҡлау маҡсатында йыл да район һабантуйы алдынан районыбыҙҙың хужалыҡ етәкселәре, баш агрономдар иген сәселгән баҫыуҙарҙы ентекле ҡарап сыға.

Районыбыҙҙа яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһау, кемдең нисек эшләүен үҙ күҙҙәре менән күреү, асыҡлау маҡсатында йыл да район һабантуйы алдынан районыбыҙҙың хужалыҡ етәкселәре, баш агрономдар иген сәселгән баҫыуҙарҙы ентекле ҡарап сыға.

Быйыл да шундай ҙур делегация район буйлап сәфәрҙә булдыҡ. Уны район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов етәкләне. Районыбыҙ аграрийҙары өсөн миңә, мәҫәлән, ҡыҙарырлыҡ урын юҡ тип уйлайым. Ҡайһы хужалыҡта булһаҡ та, өлгө алырлыҡ, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ нәмәләр бар. Ер эшкәртеү, үҫентеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау, ҡурсалау маҡсатында алдынғы, заманса технологиялар индерелә һәм ҡулланыла. Әммә шул уҡ ваҡытта атай-олатайҙарыбыҙҙан хеҙмәт йолаһы буйынса күскән ҡәҙимгесә ер эшкәртеү алымдарының да үҙҙәрен ышаныслы аҡлауының шаһиты булдыҡ.

Зәк-Ишмәт ауыл советы биләмәһендәге матур итеп эшкәртелгән баҫыуҙар өлгө алырлыҡ. Бөгөлсәндәге сөгөлдөр сәселгән баҫыуҙарға бәйле республика күләмендә семинарҙар үткәрергә була хатта. Районыбыҙ хужалыҡтарының, фермерҙарының һәр береһе үҙ мөмкинлектәренән сығып эш итә. Әлеге ваҡытта дизель яғыулығының үтә лә ҡиммәт ваҡытында ер эшкәртеүселәрҙең фиҙаҡәрлегенә, үҙ эштәренә бирелгәнлегенә һоҡланырға ғына ҡала, әгәр ҙә яғыулыҡҡа хаҡтар бер литрға 23-25 һум булып, үҫтерелгән игенгә хаҡтар ҡулай булһа, беҙҙең аграрийҙар баҫыуҙарын гөл-баҡсаға әйләндерер ине.
Читайте нас: